Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Август 2018, 19:56

Күп эштәр башҡарылды, алда әле эштәр күп

Ил тормышоноң сираттағы биш йыллығы уҙҙы, кемдәрҙеңдер балалары үҫкән, кемдер университетты тамамлаған, кемдер хаҡлы ялға сыҡҡан. Район үҙ тормошо менән йәшәй: проблемалар бар, hәм билдәле бер уңыштар ҙа юҡ түгел. Әйҙәгеҙ, шуларҙы иҫкә алайыҡ, һуңғы биш йылда нимәләр эшләй алдыҡ.

Бишбүләктә физкультура комплексы

Район спорт һөйөүселәр өсөн Бишбүләк «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексы яраткан объект булып тора. 2017 йылда Физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәттәренән 10 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Физкультура-һауыҡтыру комплексы спорт мәктәбен асырға мөмкинлек бирҙе. Бөгөнгө көндә спорттың төрлө төрҙәре буйынса һигеҙ секция эшләй. Секцияға 400-ҙән ашыу бала йөрөй. 2017 йылда Физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында ГТО комплексының ике майҙансығы һәм яңы стандарт кyп функциялы хоккей тартмасығы төҙөлгән.

«Реаль эштәр» проекты сиктәрендә районда дүрт хоккей тартмасығы, ете уйын майҙансығы hәм бер спорт майҙансығы: воркаут занятиеһы буйынса майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырылды. Районда һигеҙ стандарт хоккей тартмасығы һәм биш стандарт булмаған тартмасыҡ бар. Хоккей менән даими рәүештә алты мәктәп командаһы шөғөлләнә.

Еңеү паркында мемориалға капиталь ремонт

Еңеү паркында мемориал Еңеүҙең 70-йыллығы алдынан капиталь ремонтланған. Парктың дөйөм ансамбленә ҡоралһыҙландырыусы артиллерия пушкалары уңышлы тура килде.

Йылбулаҡтамаҡ ауылында урта мәктәпте реконструкциялаy

1968 елда төҙөлгән бина, ҡат-ҡат тырышыуҙарға ҡарамаҫтан, үҙ көсөнә төрлө сәбәптәр арҡаһында бер нисә тиҫтә йылдар буйына төҙөкләндерелмәгән. Эксплуатация йылдарында ул туҙған һәм мораль яҡтан иҫкергән, янғынға ҡаршы һәм санитар-гигиена талаптарына ярашлығы буйынса етди һорауҙар барлыҡҡа килгән.

2015 йылда Социаль-маҡсатсан программалары фонды ярҙамы менән мәктәпкә күптән көтөлгән ремонт башланды. Төҙөлөш эштәре барышында объекттың авария өлөшөнә демонтаж үткәрелде. Был урында яңы кирбес бина — аҙыҡ бешереү һәм ҡабул итеү буйынса барлыҡ кәрәкле йыһаз һәм цехтар менән ашханаға янҡорма, йылы туалет hәм заманса стандарттарга тура килгән спорт залы төҙөлгән. Уҡыу корпусы бинаһының һүтелгән өлөшөнән ситтә заманса санитар-эпидемиология hәм янғынға ҡаршы талаптарға тура килгән капиталь ремонт эштәре башҡарылған. Капиталь ремонттан һуң мәктәп һиҙелерлек матурланды, йылы hәм йыйнаҡ булып ҡалды. Башҡарылған эштәрҙең күләме яҡынса 24 миллион һум тәшкил итте.

Ҡушйылға урта мәктәбенә капиталь ремонт

Ҡушйылға мәктәбе районда hәр ваҡыт яҡшылар иҫәбендә булды. Мәктәп уҡыусылары уҡыуҙа ла, спортта ла айырылып тора. Ә уҡыусылар етештереү бригадаһы райондан ситтә лә танылыу алды. Ләкин мәктeп бинаһының торошо, йомшаҡ итеп әйткәндә, потенциалға hәм уҡыусыларҙың булған уңыштарына тура килмәй ине. 2014 йылда үткәрелгән капиталь ремонт ситуацияны үҙгәртте. Төҙөлөш эштәре һөҙөмтәһендә 25 миллион һумға тышҡы стеналар ремонтланды, тyбә, тәҙрәләр, ишектәр, инженер селтәрҙәре тулыһынса алыштырылды, яңы йыһаз менән ашхана төҙөлдө, егет hәм ҡыҙҙар өсөн санузел, һыу үткәргес һәм йылытыуҙың яңы системаһы барлыҡҡа килде.

Баҙлыҡ һәм Дүсән мәҙәниәт йорттарына капиталь ремонт

Районда мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм ауыл халҡының ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бирелә. Ошо маҡсатҡа ярашлы, төрлө мәҙәни саралар үткәрелә, ауыл Мәҙәниәт йорттарын реконструциялаy алып барыла. Ошо йылдар эсендә Баҙлыҡ һәм Дүсән мәҙәниәт йорттары иң әһәмиәтле объекттар булып тора.

2016 — 2017 йылдарҙа алып барылған төҙөлөш эштәре һөҙөмтәһендә был мәҙәниәт йорттары ҙур үҙгәреш кисерҙе. Түбәһе алыштырылды, эске биҙәү эштәре, инженер системалары hәм коммуникациялар башҡарылды, сәхнә hәм техник йыhаз яңыртылды. Мәҙәниәт йорттары базаһында ауыл күп функциялы мәҙәни үҙәктәр асылды. Яңы сәхнә hәм булған майҙансыҡтар район, hәм республика дәрәжәһендәге төрлө саралар үткәрергә мөмкинлек бирә.

Олег ЛЕОНТЬЕВ,

муниципаль район хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе.

Сергей ИВАНОВ фотоһы.
Читайте нас: