Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 13:35

Йәшелсәне нисек һаҡларға?

Мул уңышты йыйып алған баҡсасы йәшелсәләрҙе ҡышын нисек һаҡларға, тип баш вата. Беренсенән, һәр йәшелсәне ваҡытында һәм ҡоро көндә йыйып алырға кәрәк. Икенсенән, уны һаҡлай торған урын: баҙмы ул, подвалмы, алдан әҙерләнгән булырға тейеш.

Кишер менән сөгөлдөрҙө баҙға урынлаштырыр алдынан бәрелгәндәрен, киҫелгәндәрен йәки серей башлағандарын айырып алып, яҡшыларын ҡоро аҡбур йәки көл менән бутарға кәңәш ителә (10 килограммга 150-200 грамм). Шулай эшләгәндә, улар тиҙ боҙолмаҫ. Уңышты тартмала һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Йәшелсәләр өҫтөнә 2-3 сантиметр самаһы дымлы торф йәиһә ҡом һибеп ҡуйыу ҙа һәйбәт тотасаҡ.

Кәбеҫтәне көндәр һалҡынайта башлағас, тышта 0-дән 5 градусҡа ҡәҙәр булғанда йыйһаң, ул яҡшыраҡ һаҡланасаҡ. Туңған кәбеҫтәне шунда уҡ ҡулланығыҙ. Һаклау өсөн боҙолмаған һәм тығыҙ баштарҙы ғына һайлап алығыҙ. Кәбеҫтә оҙаҡ һаҡланһын өсөн киҫкәндә күсәнен оҙон итеп ҡалдырырға тырышығыҙ. Шулай уҡ япраҡтарҙың тышҡы ҡатламын да алып ташларға кәңәш ителмәй. Кәбеҫтәне подвалда йәки баҙҙа ағас кәштәләргә күсәнен өҫкә ҡаратып, 2-3 рәт шахмат тәртибендә теҙеп урынлаштыралар. Был осраҡта вентиляция һәм һауа йөрөшө яҡшы буласаҡ. Кәбеҫтәне яҡшы елләтелә торған урында 0-1 градус температурала һаҡлайҙар.

Һуған һәм һарымһаҡ яҙға ҡәҙәр һаҡланһын тиһәгеҙ, уларҙың дөрөҫ сорттарын һайлағыҙ. Һаҡлау өсөн артыҡ “уҫал”, йәғни әсе һуған һәм эфир майҙары күп булған яҙғы һарымһаҡ кәңәш ителә. Уларҙы түтәлдән йыйып алғас, оҙаҡ итеп киптерергә кәрәк. Һуғанды ағас артмаларҙа һәм үреп һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡты парафинлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн сеткаға тултырылған һарымһаҡты 2-3 секундҡа иретелгән парафинға тығып алырға кәрәк. Һыуынғас, киндер ҡапсыҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуялар. Шулай уҡ һарымһаҡты быяла банкаларға он менән бутап тултырырға ла була. Һуғанды — 1-2 йәки 18-22 градус, ә һарымһаҡты 1-3 градус йылылыҡта һаҡларға мөмкин.
Читайте нас: