Дим буйҙары
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Октябрь 2018, 16:49

Танышыу сайттарын ябырҙармы?

Бөгөн күптәр виртуаль дөнъяла таныша. Танышыу сайттарының ниндәйҙәре генә юҡ! Араларында үҙ яртыларын табып, ғаилә ҡороп ебәргәндәре лдә шаҡтай. Ул сайттарҙан өмөттәрен өҙөп, күңел төшөнкөлөгәнә бирелеүселәр ҙә юҡ түгел.

Ә бынә Дәүләт думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты башлығы Тамара Плетнева Интернет аша танышыуҙарға ҡаршы сыгыш яһаған һәм уларҙы ябырға тәҡдим иткән.

Уның һүҙҙләре буйынса, яҡшылап таныш булмаған кеше менән осрашыу ҡыҙҙар өсөн күңелһеҙ тамамланырға мөмкин.

Гүзәл заттарҙы ул был мәсьәләгә ҡарата һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡырған.

Ә һеҙ нисек уйлаһығыҙ дуҫтар, Интернет аша танышыуҙар кәрәкме?


Читайте нас: