Итте, шаҡмаҡлап турап, майлы табала һуған менән ҡыҙҙырырға ла, көршәккә һалырға. Өҫтөнә кишер, картуф һалып, һыу ҡойоп, мейестә талғын ғына утта бешерергә. Табынға йәшел тәмләткестәр менән бирергә.
Үткәрелгән итте һуған, кишер менән бергә ҡыҙҙырырға. Бешерелгән дөгө ярмаһы һалып, өҫтөнә соус ҡойорға. Запеканканы бер сәғәткә мейескә ҡуйырға.
Соус әҙерләү өсөн 0,5 л һөт, 1 аш ҡалағы томат соусы, 100 г майонез, 1 – 2 йомортҡа , 100 г сыр кәрәк.
Итте ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Картуф, һуған турап, борос, тоҙ һалып бутарға.
Мантыға ҡамыр билмән ҡамыры кеүек әҙерләнә. Эслек менән ҡамыр әҙер булғас, мантыларҙы эшләп, бер сәғәткә бешерергә ҡуйырға.
Эслек өсөн 1 кг ҡаҙ ите, 1 кг картуф, 250 г аҡ май, ике баш һуған, тоҙ, ҡара борос кәрәк. Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 200 г маргарин, ярты стакан һөт алына.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйергә лә, бер өлөшөн табаға һалырға. Уға эслекте һалып, икенсе өлөшө менән ҡапларға. Бәлеште, майлап, уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә сәғәт ярым бешерергә. Бешергәндә эслеккә аҙ ғына һурпа ҡойорға.
500 г тауыҡ ите, 100 г аҡ май, 2 йомортҡа, 500 г көнбағыш майы, 100 г ҡаты сыр, тоҙ һәм тәмләткестәр кәрәк.
Тауыҡ итен ике тапҡыр ит турағыстан үткәргәндән һуң тоҙларға, 1 йомортҡа һытырға, тәмләткестәр һибергә. Һуңынан түңәрәк йәймәләр яһап, һәр береһенең уртаһына ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән май ҡушып, кәтлит әүәләргә. Уларҙы туҡылған йомортҡаға манып, ваҡланған аҡ икмәк валсығында тәгәрәткәндән һуң ҡайнап торған майҙа ҡыҙҙырырға.