Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2018, 14:10

Кардиологтар хөрмә ашарға кәңәш итә

Хөрмә диетик ризыҡ һаналһа ла, ашайһы килеү теләген баҫа. Ундағы витамин һәм файҙалы матдәләрҙе һанап торорға ла кәрәкмәй.

Ул ашҡайнатыу эшсәнлеге боҙолоуҙан ҡотҡара. Составындағы пектин матдәһе ашҡаҙан эшсәнлеген яҡшырта. Эсәктәрҙе таҙарта, ҡан тамыры-йөрәк ауырыуҙарына профилактика яһай. Кардиологтар көнөнә 1-2 хөрмә ашарға кәңәш итә.

Калий микроэлементтары йөрәк ауырыуҙарын киҫәтә, С, Р витаминдары ҡан тамыры стеналарын нығыта. Хөрмә составында йод бар, шуға күрә ул ҡалҡанһыман (зоб) биҙ ауырыуҙарынан да һаҡлай. Бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә булғанлыҡтан, таштарҙы сығара. А витамины иһә күҙ мускулдарын нығыта. В витамины нерв системаһын нығыта. Хөрмәне даими ашаған кеше стрестарға бирешмәй. Тимер иһә анемиянан һаҡлай. Һалҡын тейеү осоронда хөрмә иммунитетты күтәрә. Ул антисептик һәм ҡаҡырыҡ сығарыусы ла. Шуға күрә әлеге емеш тамаҡ ауыртыу, йүткереүҙән дә ҡотҡара. Хөрмә шулай уҡ теш ҡаҙналарын да нығыта. Әммә нисек кенә файҙалы булмаһын, шәкәр сире, артыҡ таҙа кәүҙәле кешеләргә һәм өс йәшкә тиклемге балаларға хөрмә ашарға ярамай.
Читайте нас: