Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2018, 17:55

Тәмле булһын ашығыҙ!

Көндәр һалҡынайтыу менән һуғым өмәләре башланды. Ошо уңайҙан һеҙгә бер нисә ашамлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ.

“Ханым”. Был ризыҡты әҙерләү өсөн эре малдың эсәк-ҡарынын, үпкә-бауырын, йөрәген сей килеш ит турағыстан үткәреп, тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушығыҙ. Табаға әҙ генә үҫемлек майы һалып, 15-20 минут быҡтырырға. Һалмаға әҙерләнгән һымаҡ йәймә йәйергә лә уға эслекте һалып, рулет кеүек урарға. Аҙаҡ уны дуға рәүешендә бөгөп, манты һауытына һалырға ла 40-50 минут бешерергә. Өҫтәлгә киҫәктәргә бүлеп ултыртырға.

Тултырма. Ул эре малдың үпкә-бауырынан эшләнә. Үпкә-бауыр ит турағыс аша үткәрелә. Фаршҡа тоҙ, борос, ваҡ итеп туралған һуған өҫтәйҙәр һәм еңелсә бешерелгән ярма менән ентекл әп бутайҙар. Әҙер фаршты бешергәндә ярылмаһын өсөн тығыҙламайынса ғына эсәктәргә тултыралар. Тултырманы талғын утта 40-60 минут бешерәләр, тәмлекәстәр өҫтәп, бер нисә урынға энә менән тишәләр. Әҙер булғас, һурпанан алып, өлөштәргә бүлеп, табынға бирәләр.
Читайте нас: