Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2018, 12:58

Ҡабан йылы беҙгә ниҙәр юрай

Ҡабан йылы – байлыҡ, тигән халыҡ әйтеме. Муллыҡ, бәрәкәт алып килһен был йыл!

Ҡуҙы өсөн йыл ҡыҙыҡлы, сағыу, яңылыҡтарға бай булмаҡсы. Яҙмыш юлын бороп ебәрерлек осрашыуҙар, кәрәкле танышыуҙар, вазифала үрләүҙәр, йәшәү урынын алмаштырыуҙар... барыһы ла ихтимал. Ауырлыҡтар сыҡһа, ғаиләгеҙгә, туғандарығыҙғ атаянығыҙ – улар һеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Өмөттәр аҡланыр, яңы эштәргә тотонор өсөн көс-дәртегеҙ ташып торор.

Буға. Нимә теләүегеҙҙе алдан уйлағыҙ – барыһы ла тормошҡа ашырға тора. Һөнәри яҡтан үҫеш, эшлекле ҡыҙыҡһыныуҙар, күңелде күтәрерҙәй һөҙөмтәләр көтә. Үткәндәге тырышлыҡтарығыҙ өсөн бүләк алыу мәле. Ижади фекерләү, яңылыҡтарға ынтылыу, мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу йылы булмаҡсы.

Игеҙәктәрҙең тормошонда үҙгәрештәр, яңылыҡтар күп көтөлә. Матди яҡтан хәлдәр тотороҡланыр, ғаилә мөнәсәбәттәренә лә тыныслыҡ, һиллек хас булыр. Яҙмыш һынауҙар сығарһа ла, аптырап ҡалмаҫһығыҙ, ышаныслы аҙымдар менән алға барырһығыҙ. Эшһөйәрлегегеҙ, етеҙлегегеҙ уңыштар алып килер, ижади һәләттәрегеҙ асылыр.

Ҡыҫала өсөн йыл мөһим һәм өмөтлө танышлыҡтарға бай булыр. Һәр нәмәнең яҡты, яҡшы яғын табырға ынтылыу, эске тауышты тыңлау дөрөҫ юлды күрһәтер. Ижади ниәттәрегеҙ, уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр. Мәсьәләләрҙе көтөлмәгәнсә хәл итеү һәләте һөнәри йәһәттән дә үҫештәргә килтерер. Киләсәктә тормош юлында кәрәк булырҙай мөһим осрашыуҙар ҙа көтә.

Арыҫлан быйыл һәр йәһәттән дә иғтибар үҙәгендә булыр. Фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланыр, матди яҡтан да уңыштар йылмайыр. Яңы кисерештәр, яңы мауығыуҙар йылы. Танышыуҙар бығаса билдәле булмаған серле донъяны асыуға килтерер. Мажаралар, мөмкинлектәр үҙен көттөрмәҫ.

Ҡыҙ өсөн уңыш йыйыу осоро, киләһе йылға ҡарата, ни сәсһәң, шуны йыйырһың, тигән әйтем тулыһынса тап килә. Быға тиклем эшләгән изгелектәрегеҙ яҡшылыҡ булып үҙегеҙгә кире ҡайтыр. Йыл мауыҡтырғыс осрашыуҙарға, шатлыҡ килтергән йылы мөнәсәбәттәргә бай булыр. Көс-ғәйрәтегеҙ ташып торор, маҡсаттарығыҙға ирешерһегеҙ.

Үлсәүҙе етди үҙгәрештәр көтә. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәргә, яңылыҡтарға асыҡ булығыҙ. Яратҡан шөғөлөгөҙҙө матди килем сығанағына әйләндереү мөмкинлеге лә бар. Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн еңдәрегеҙҙе һыҙғанығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиғалар көтөлә. Илһам ҡанатында тирбәлгәндәр ҙә уңыштарға өмөт итә ала.

Саяндарҙы тәбиғәт һиҙемләү тойғоһо, эшһөйәрлек менән бүләкләгән. Тап ошо сифаттары тормоштоң һәр даирәһендә уңыштарға юл аса ла инде. Күңелле, үҙенсәлекле ваҡиғаларға бай йыл көтә. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә, яңылыҡтар асырға әҙерләнегеҙ. Маҡсаттарға ынтылғанда яҡындарығыҙ таяныс булыр.

Уҡсы өсөн төрлө ваҡиғаларға бай йыл көтөлә. Ғаиләгеҙҙә мөнәсәбәттәр көйләнер, мөхәббәтегеҙ нығыныр, йәшәү шарттарығыҙ ҙа яҡшырыр. Маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙемерәк булығыҙ, заман менән бергә атлағыҙ. Илһам ҡанаттары һеҙҙе ташламаҫ, үҙенсәлекле фекерҙәрегеҙ менән эргә-тирәләгеләрҙе ҡыуандырып торорһоғоҙ.

Кәзәмөгөҙҙө яңы танышыуҙар, яҙмышта ҙур эҙ ҡалдырыр осрашыуҙар көтә. Тормош ағышын көтөлмәгән яҡҡа бороп ебәрерҙәй ваҡиғаларға әҙер булығыҙ, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ. Эш йә йәшәү урынын алмаштырыу мөмкинлеге лә бар. Шәхес булараҡ үҫешеү, белем кимәлен камиллаштырыу өсөн уңышлы йыл. Үҙ көсөгөҙгә, һәләтегеҙгә ышанысығыҙҙы арттырырҙай ваҡиғалар көтөлә.

Һыуғояр ни теләһә, шул алдына килер. Тик үҙ көсөнә ышанып, теләктәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн дөрөҫ юлда булыу ғына шарт. Яңы таныштар тормошоғоҙҙо йылы мөнәсәбәттәр менән һуғарыр. Ғаиләгеҙ һәр башланғысығыҙҙа һеҙҙе күтәреп, ярҙам итеп торор. Үҙегеҙҙе фәҡәт ыңғайға көйләп, тау аҡтарырҙай көс табырһығыҙ.

Балыҡҡа йыл бик ҡыуаныслы, емешле булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Ижади ниәттәре тормошҡа ашыр, эштәре лайыҡлы баһаланыр. Тик бер ни ҙә күктән төшмәй, барыһы ла – һалған көс, эҙләнеү, ең һыҙғанып эшләү һөҙөмтәһе. Сәйәхәттәрҙән дәрт, дарман алып ҡайтырһығыҙ.
Читайте нас: