Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2019, 13:03

Һауа торошо

Һауа торошон даими күҙәтеү Өфөлә XVIII быуаттан башлана.

Әммә атмосфер күренештәрҙе тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү менән һәүәҫкәр метеорологтар XIX быуаттың 30-сы йылдарында шөғөлләнә башлай. Шуларҙың береһе – 1835-1850 йылдарҙа ошо өлкәлә эшләүсе аптекарь А.А.Боссе. Уның күҙәтеүҙәре буйынса, Өфөлә 16 йыл эсендә уртаса температура +2,32 градус, иң түбән температура декабрҙә – 11,31 градус, иң юғары температура илюлдә +15, 18 (Фаренгейт буйынса) теркәлә.

1845 йылдан алып “Өфө губерна ведомостары” гәзитендә гимназия уҡытыусылары Н.Сунгулов һәм И.Уржумцевтарҙың һауа торошо тураһында мәғлүмәттәре баҫыла.

1876 йылда ошо уҡ гәзиттә XIX быуат башындағы Өфөләге һауа торошо хаҡында М.С.Ребелинскийҙың көндәлегенән өҙөктәр баҫыла. Уның теркәүенсә, 1802 йылда Өфөлә ҡыш уртаса була, ҡар күп яуа, ҡаты һыуыҡтар булмай. 1803 йылда ҡыш бик һыуыҡ була, температура – 31 градусҡа тиклем (Цельсий буйынса төшә).

Һауа торошоноң сюрприздары элек тә етерлек була. Мәҫәлән, 1916 йылдың майында ҡалала буранлап ҡар яуа. Яңы ғына сәскә атҡан күп емеш ағастары һәләк була. Был күренеште һүрәтләгән күп фотографиялар һаҡланып ҡала.

Ул замандарҙа хәҙерге кеүек метопрогноз мәғлүмәттәре булмай.
Читайте нас: