700 г һөйәкһеҙ ит, 30 г мал майы, 20 г лимон һуты, 4 г лимон кислотаһы, йәшел һуған, төйөлгән ҡара борос, тоҙ.
Итте йоҡа, әммә киң итеп турарға ла, төйгөсләп, 1 – 2 сәғәткә лимон һеркәһе, ваҡлап туралған йәшел тәмләткес, ҡара борос һәм тоҙ ҡушып, ауыр нәмә аҫтына ҡуйып торорға. Бынан һуң уны тәүҙә майһыҙ ғына, һуңынан май ҡушып ҡыҙҙырырға. Өҫтәлгә лимон һуты һибеп, йәшел тәмләткестәр ҡушып бирергә.
2 кг он, 1 кг шәкәр, ярты кило аҡ май, ярты кило әстерхан сәтләүеге, 4 йомортҡа, 4 стакан ҡаймаҡ, 2 стакан бал.
Йомшаҡ аҡ май, ҡаймаҡ, йомортҡа һарыһы һәм ондо һәйбәтләп бутарға. Бынан һуң ҡамыр ярты сәғәт бүлмә температураһында тотола һәм бәләкәй генә өлөштәргә бүленеп йәйелә. Эслек ваҡланған сәтләүек, бал һәм шәкәрҙе ҡушып әҙерләнә.
Эслек һалынған ҡамыр торба һымаҡ төрөлә һәм табаға (противень) һалына. һауыт алдан майланған булырға тейеш. Был татлы аҙыҡ уртаса утта 12 минутта әҙер була.
150 грамм аҡ май 4 йомортҡа, 1 стакан шәкәр 3 ҡалаҡ ванилле шәкәр пудраһы балғалаҡ осонда ғына сода, бер семтем лимон кислотаһы, 40 грамм крахмал, 160 грамм он, 100 грамм парҙа бүрттерелгән йөҙөм емеше.
Йомшартылған майға шәкәр һалып болғатабыҙ, һәр йомортҡаны айырым ҡабарғансы туғлайбыҙ.
Унан һуң барыһын да ҡушабыҙ.
Онға сода, крахмал, лимон кислотаһы ҡушып әлеге массаға һалабыҙ.
Йөҙөм емешен марляға йәйеп һыуын һарҡытабыҙ һәм ҡамырға ҡушабыҙ.
Болғатабыҙ һәм ҡыҙған майлы формаға бүлеп һалабыҙ.
200-210 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә 40 минут бешерәбеҙ.
Ә инде мейестән алыу менән өҫтөнә ваниль ҡушылған шәкәр пудраһы һибәбеҙ.
4 йомортҡа, 150 г шәкәр, 125 г аҡ май, 150 г он, 150 г мәк, бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ванилин, 70 мл һөт кәрәк.
Мәктең өҫтөнә һөт ҡойоп, талғын утта 5 минут ҡайнатып алырға ла, һауыттың өҫтөн ҡапҡас менән ябып, 20 – 30 минут ултыртып торорға. Һуңынан мәкте һөҙөргә. Һөт һарҡып бөткәс, массаны төйөп, тағы ла йомшартырға. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып, һарыһына шәкәр, май һалып, миксер менән болғатырға, ҡамыр ҡабартҡыс, он, мәк ҡушып, ҡамыр әҙерләргә. Йомортҡаның ағын ныҡ итеп күпертергә һәм әҙер ҡамырға өлөшләп һалырға. Кекс 180 градуслы мейестә ярты сәғәттә бешә.