Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2019, 11:04

Сығымдың бер өлөшөн ҡаплайҙар

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров экспортҡа сығарылған тауарҙарҙы ташыуға сығымдың бер өлөшөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан ҡаплауға ҡағылышлы республика Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған документҡа ярашлы, экспортерҙар продукция ташыу буйынса бер миллион һумға тиклемге сығымын ҡаплата ала, ә тауарҙың пилот партияларын сит илгә ташыу йәһәтенән субсидия 500 мең һумға тиклем булыуы ихтимал.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренән ғаризалар ҡабул итә.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл 20 февралдә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә төбәктәрҙең һәм тотош илдең тормошон яҡшыртыуҙа экспорт эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләгәйне. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп маҡсаты – эске тулайым продуктта сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар, эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы продукцияһы экспортын арттырыу.
Читайте нас: