Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь 2019, 20:16

Бисквит бешереү серҙәре

Бисквит ҡамырына йомортҡаны күпертеү – иң мөһим этап. Уны яҡшыраҡ күперткән һайын, ҡамыр һәйбәтерәк сыға.

Дөрөҫ итеп туғланған йомортҡаның күләме өс тапҡырға артырға тейеш, сөнки болғатҡан ваҡытта уны кислород менән байытабыҙ, ул иһә үҙ сиратында ҡамырҙы ҡабарта.

Йомортҡаны башта минималь тиҙлектә күпертәбеҙ, унан һуң күбектәре барлыҡҡа килгәс, уртаса тиҙлеккә күсәбеҙ. Күләме артып киткәс, миксерҙы ҙур тиҙлеккә көйләйбеҙ.

Шәкәр ҡомон бер нисә этапта ҡушабыҙ. Барыһын бер юлы һалһаң, күбеге бәтә, бисквит күтәрелмәй.

Шыйыҡ майҙы һалғас, миксерҙы минималь тиҙлеккә ҡуйып болғатабыҙ. Онды иһә һалыу менән үк бик тиҙ болғатырға кәрәк.Бисквитҡа, өҫтәмә тәм керетеү өсөн, лимон ҡабығы йәки ванилин, йә булмаһа сәтләүек һалырға була. Лимон ҡабығын ҡамырға һалыр алдынан ғына әрсегеҙ. Алдан ҡырып ҡуйһаң, ундағы эфир майҙары осоп бетә.
Читайте нас: