Дим буйҙары
+15 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
16 Июня 2019, 12:09
Ат хаҡына торошло "ҡара" ҡарбуз
Японияла "Дэнсукэ" сортлы ҡарбуздарҙы һатыу буйынса тәүге аукцион үткән. Был сорттың төп үҙенсәлеге шунда: уның ҡабығы - ҡара, ә эсе янып торған ҡыҙыл төҫтә, төштәре бик аҙ, ә тәме шул тиклем тәмле икән.
11 килограмлы "ҡара" ҡарбуз Асахикава ҡалаһында үткән аукционда һатылған һәм ул 7,2 мең долларға һатылған. Беҙҙеңсә, ул яҡынса 450 мең һум була. Ҡарбузды супермаркет хужаһы Кэйити Судзуки тигән кеше һатып алған. "Аукционда еңеү - быйыл бизнесымдың уңышлы буласағына ишара. Һатыу яҡшы буласағына ышанам" - тигән ул.
Ҡара төҫтәге ҡарбуздарҙы үҫтереүсе Хоккайдо фермерҙары белдереүенсә, быйыл әлеге еләктәрҙе үҫтереү өсөн һауа торошо бик яҡшы торған, улар айырыуса татлы булып үҫкән. Уларҙы магазиндарға күпләп сығарыу июль айында башланасаҡ. Емештәрҙең һәр ҡайһыһы 80-100 долларға һатыласаҡ. имеш. Беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә, бер ҡарбуз кәм тигәндә 5 мең һум торасаҡ.
"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"