Дим буйҙары
+17 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
8 Июля 2019, 16:18
Өйҙә йылан, крокодил аҫырарға рөхсәт итмәйәсәктәр
Рәсәй Хөкүмәтендә өйҙә аҫырарға ярамаған хайуандар исемлеген раҫлағандар. Бында барыһы 33 төр хайуан ингән.
Уларҙың күбеһе кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған, өй шарттары улар өсөн тура килмәгән йәнлектәр. Мәҫәлән, гөбөргәйелдәрҙең ҡайһы бер төрө, крокодил, ағыулы һәм быуар йыландар, бегемот, морж, фил, бүре, динго эте, гиена һәм бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡырағай йәнлектәр.
Йорт хайуаны урынына бындай йәнлектәрҙе тәҡдим иткән контрабандистарҙың бизнесы сәскә ата. Ҡырағай хайуандарҙы дөрөҫ тәрбиәләмәү арҡаһында уларҙың теркәлгән үлем осрағы йөҙәрләгән. Шулай уҡ үрмәкселәрҙең һәм рептилияларҙың фатирҙан ҡасыуы киң таралған күренеш.
Яңы закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Был тыйыуҙар цирк, зоопарк, океанариум, дельфинарийҙарға ҡағылмай.
www.ye02.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"