Уның аяҡ кейемендә 2 килограмм алтын тапҡандар. Алтындың хаҡы 4 миллион һум тәшкил итә. Уны тимер эҙләгес ярҙамында тапҡандар.
Ҡатын белдереүенсә, алтын атаһынан ҡалған. Ҡытайҙа ул уны һатмаҡсы булған. Бынан тыш, алтын законһыҙ табылған тигән шик бар. Хәҙер был эш буйынса тикшереү бара.