Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Сентябрь 2019, 11:04

Лизундар зыянлы

Һуңғы йылдарҙа балалар араһында желе кеүек йомшаҡ һәм ялтырап тороусы, төрлө сағыу төҫтәрҙәге слаймдар йәиһә лизундар бик популярлашып китте.

Уйынсыҡ һуҙылыусан шыйыҡса, лайла кеүек, тик ул түгелеп китмәй һәм еңел генә йыйыла ла.

Бындай уйынсыҡ 1976 йылда уҡ уйлап табылған, уны Маttel компанияһы сығара башлаған. Башта ул йәшел төҫтә генә булған.

Хәҙер магазиндарҙа аҙым һайын лизундар һатыла, Интернетта иһә уларҙы өйҙә әҙерләү рецептары тулып ята. Тик табиптар был уйынсыҡтың бала һаулығы өсөн хәүефле булыуы тураһында саң һуға. Лизундың составында борҙың күп булыуы тән тиреһе өсөн айырыуса зарарлы. Уйынсыҡ менән уйнағандан һуң балала ҡоҫаһы килеү, эс китеү, тәнен тимгелдәр баҫыу күҙәтелергә мөмкин.

Дерматологтар был уйынсыҡтарҙың баланың ғына түгел, ата-әсәләренең дә һаулығына зыян килтереүе тураһында белдерә. Табиптар, һуңғы ваҡытта балалар араһында киң таралған дерматит, аллергия ауырыуҙары ла лизундың составында булған ағыулы матдәләргә бәйле булыуы мөмкин, ти.
Читайте нас: