Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2019, 14:10

Хикмәтле хикәйәт.

Берәү юл буйлап китеп барған. Ҡараһа – бер тин аҡса ята.

Егет уны йәһәт кенә һонолап алған да янсығына һалған. “Бер тин дә – аҡса”, – тип үҙ алдына һөйләнгән. “Их, әгәр ошонда бер мең һум тапһам, атайым менән әсәйемә бүләк алыр инем”. Шул саҡ ул янсығының ҡалынайыуын тойған. Ҡараһа, ысынлап та, унда бер мең һум ята икән. “Ҡайһылай ҡыҙыҡ! Бер тин бер меңгә әйләнгән! Әгәр ун мең тапҡан булһам! Ул сағында атайым менән әсәйемә һыйыр алып бирер, уларҙы тәмле һөт менән һыйлар инем”. Юлаусы йәнә янсығының “һимереүен” һиҙгән. Асып ҡараһа, унда шул сама аҡсаны күргән. Ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән егет был юлы 100 мең һум табыуын теләгән. Ул сағында яңы өй һатып алыр, өйләнер, ата-әсәһен үҙҙәре янына йәшәргә алыр. Ҡайһылай шәп булыр! Был юлы ул янсығында йөҙ мең һумды күргән. Шул саҡ егет йәнә уйға ҡалған. “Бәлки, атаһы менән әсәһен яңы өйгә алып килеп тормаҫ, кәләше уларҙы оҡшатмаҫ? Ярай, үҙҙәренең иҫке өйҙәрендә йәшәп торорҙар әле. Һыйыр тотоу ҙа мәшәҡәтле, кәзә лә ярап торған. Бүләк тә алып тормаҫ, былай ҙа мәшәҡәтле сағы”. Егет ҡапыл янсығының еңеләйеп ҡалыуын һиҙә һәм, асып ҡараһа, унда ни бары бер тин ята, ти.

Үгәй әсә менән ҡыҙ

Үгәй әсә матур, аҡыллы, изге күңелле ҡыҙын юҡ итергә теләгән. Бер мәл ҡыҙыҡай йылғаға һыу инергә киткәс, ул өс тәлмәрйен тотоп алған да үҙенең әмерен биргән:

– Һин, һоро тәлмәрйен, уның башына һикер, әйҙә, аңра булып ҡалһын!

– Ә һин битен тырна! Йәмһеҙ, шаҙраға әүерелһен! – Йәшел тәлмәрйенгә шундай фарман яңғыраған.

– Уның йөрәгенә ҡағыл, һинең ағыуың изге күңеллелеген үлтерһен. Әйҙә, яуыз, йәмһеҙ булһын. Бөтә кешеләр уны күрә алмаһын!

Тәлмәрйендәр ҡатын әйткәнсә эшләргә тырышыуы була – барыһы ла матур роза сәскәләренә әүерелә һәм йылға буйлап йөҙөп китә. Ҡыҙ уларға һоҡланыуҙан таң ҡала:

– Ниндәй матур сәскәләр! Моғайын, ҡыҙыл розаны – төн батшалығы, ә ағын – ай нурҙары, ә алһыуын ҡояштың тәүге нурҙары бүләк иткәндер.

Таҙа күңеле менән уҫаллыҡты, яуызлыҡты мөғжизәле сәскәләргә әйләндереүе ҡыҙыҡайҙың башына ла килмәгән.
Читайте нас в