Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 12:22

Ҡара миләш тураһында

Ҡара миләштең дауалау үҙенсәлектәре шаҡтай. Мәҫәлән, уның составында капиллярҙарҙы нығытыусы Р витамины ҡара ҡарағаттыҡына ҡарағанда 2 мәртәбә күберәк. Шуға ла әлеге витаминды эшләп сығарғанда ҡара миләште төп сеймал итеп алалар. Уның емештәрендә йод та күп.

Дауалау маҡсатынан уны күпселек витамин етмәгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, гипертония, цистит ваҡытында ҡулланалар.

Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата, эсте йомшартыу, һейҙек ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Ә кипкән емеште дизентерия ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр.

Баҡсала ҡара миләш үҫтереү

Баҡсасыларға ҡара миләш ултыртҡанда уның яҡтылыҡ яратҡанын иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡараңғылыҡта үҫкән ҡыуаҡтың уңышы 3-4 мәртәбә насар була. Уны үҫтергәндә ҡыуаҡтың йәш ботаклар сығарыуына ла иғтибар итергә кәрәк. Әгәр йәш ботаҡтарын гел киҫеп тормаһаң, тышҡылары уңыш бирәсәк, ә эстә, ҡараңғыла ҡалғандары ҡороясаҡ.

Ҡара миләш һыуҙы бик ярата. Бигерәк тә, емештәре өлгөргән осорҙа һыу етмәһә, емештәре ваҡ, бер аҙ кипкән һәм ауыҙҙы бөрөштөрә торған булып өлгөрә.

Халыҡ медицинаһында ҡара милэш

Гипертоник ауырыуҙы һәм атеросклерозды дауалау өсөн 1 кг ҡара миләште 700 г шәкәр ҡомо ҡушып иҙергә. Көнөнә 2 мәртәбә 75-100-әр грамм ашарға кәрәк.

Геморрой ваҡытында бер үк күләмдә алынған ҡара миләш менән балды ҡайнаталар һәм көнөнә 3 мәртәбә ашарға 30 минут ҡала 100-әр грамм ашайҙар.

Витамин етмәгән осорҙа 1 сәй ҡалағы кипкән миләшкә 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм көнөнә 2-4 мәртәбә 1-әр стакан эсергә.

Организм арығанда, аҙҡанлылыҡ булғанда һәм һейҙек ҡыуыу өсөн 2 сәй ҡалағы кипкән миләшкә 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә һәм бер аҙ шәкәр ҡомо өҫтәргә. Төнәтмәне көн дауамында 3-4 кә бүлеп эсергә.

Эс киткәндә 1 ҡалаҡ кипкән миләшкә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30-40 минут төнәтергә һәм көнөнә 3-4 мәртәбә яртышар стакан эсергә.

Эс китеү, дизентерия, ашҡаҙан, эсәктәр ауыртҡанда, гипертония ваҡытында көнөнә 3 мәртәбә ашарға 30 минут ҡала 100 мл яңы һығылған ҡара миләш һуты эсергә.

Йыл дауамында ҡара миләш, гөлйемеш һәм ҡара ҡарағат сәйе эсергә кәрәк. Дауалаусы сәй өсөн 1 ҡалаҡ йыйылмаға 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Дөрөҫ, был сәйҙе 15-20 минут ҡына түгел, 4-5 сәғәть бешерергә кәрәк. Көнөнә 3-4 стакан сәй эсергә.

Ҡара миләште гастрит, ашҡаҙан һәм эсәк тракты йәрәхәттәре ваҡытында 3 аҙнаннан артыҡ ҡулланырға ярамай.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: