500 г әстерхан сәтләүеге онтағы, 300 г бал, 100 г алоэ һуты һәм 40 лимон һутын ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда балаларға – берәр балғалаҡ, ололарға берәр ҙур ҡалаҡ эсергә. Йүтәлдән, бронхиттан ярҙамы тейә.
Шәкәр ҡушып иҙелгән баланға ҡайнар һыу өҫтәгеҙ. Был эсемлектең һалҡын тейеүҙән, йүтәлдән, тауыш бөтөүҙән файҙаһы ҙур.
3. Ҡоро йүтәл йонсотҡанда
1/4 стакан аҡ майға бер йомортҡа һарыһы һәм бер аҙ шәкәр ҡушып бутағыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ ҡабығыҙ.
5. Йүтәлдән һәм тауыш бөтөүҙән
Ярты стакан йөҙөмдө бер стакан һыуҙа бешерергә һәм бер ҡалаҡ башлы һуған һуты ҡушып, бутарға. Ошо төнәтмәне төнгөлөккә, йә булмаһа, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда 1/3 стакан эсергә.