Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 14:48

Хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итеүсе аҙыҡтар

РозмаринУл антиоксиданттарға һәм карнозин кислотаһына бай. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, розмариндың еҫе генә лә хәтергә ыңғай йоғонто яһай.

Майлы балыҡ

Һөмбаш, скумбрия, палтус һәм сельдь кеүек балыҡ­тарҙа ҡандағы холестерин кимәлен кә­метеүсе һәм баш мейеһе тамыр­ҙа­рына ыңғай тәьҫир итеүсе омега-3 кислотаһы күп. Балыҡта шулай уҡ зиһен яҡтылығын биреүсе йод бар.

Брокколи

Мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыусы К витамины һәм магний сығанағы. Кәбеҫтәлә шулай уҡ мейе әүҙемлеген күтә­реүсе бор ҙа бар.

Кишер

Организмдың, шул иҫәптән ме­йенең ҡартайыу процесын тот­ҡар­лай. Уның соста­вын­дағы лютеолин хәтер өсөн яуап биреүсе күҙәнәктәрҙең ваҡытынан алда үлеүенә ҡаршы көрәшә.

Әстерхан сәтләүеге

Сәтләүектә лә лютеолин бар. Ул мейеләге йәшкә бәй­ле һәм тышҡы фак­торҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән ял­ҡын­һыныуға, хәтерҙең насарайыуына ҡаршы көрәшә, иғтибарлылыҡты көсәйтә, мейелә зарарлы матдәләр етештерелеүҙе кәметә һәм бактерияларҙың ағыулы йоғонтоһонан һуң нейрондарҙың йәшәү көсөн һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итә.
Читайте нас: