Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2019, 13:41

Итле бәлеш рецебы

Кәрәк буласаҡ: ҡамыр өсөн – 200 грамм бәрәңге, 200 грамм он, 1 йомортҡа, 50 грамм май, тоҙ.

Эслек өсөн – 500 грамм фарш, 2 болгар боросо, 1 помидор, 2 ҙур булмаған баш һуған, 100 мл һөт өҫтө (сливки), 100 мл һөт, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, тоҙ, борос, сыр.

Бешереү тәртибе: Бәрәңгене таҙартып, турап һыуҙа бешерергә. Һыуын түгеп, йомортҡа, май һалып иҙергә. Он һалып, ҡамыр баҫырға һәм майланған табаға бушатырға. Борос, һуғанды ваҡ итеп турап, майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Һуңынан ит фаршы, тоҙ һалып, тағын бер аҙ бешерергә. Ҡара борос, ваҡлап туралған помидор һалып яҡшылап болғатабыҙ.

Эслекте ҡамыр өҫтөнә бушатабыҙ.

Томат пастаһын, һөт, һөт өҫтөн бергә ҡушып болғатабыҙ. Һуңынан йомортҡа өҫтәп тағын бер ҡат болғатабыҙ һәм эслек өҫтөнә һалабыҙ.

Асыҡ бәлеш 200 градус ҡыҙыулыҡта 40 минут бешә. Әҙер булыр алдынан сыр ҙа һибәргә мөмкин.

"Әлшәй хәбәрҙәре" гәзитенән.
Читайте нас в