Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2019, 10:40

Туғыҙ йыл подвалда йәшәгәндәр

Был хәл Нидерландияла була. Туғыҙ йылға яҡын ауылдан ситтә айырым урынлашҡан ферма еренең подвалында 58 йәшлек ир һәм 18 йәштән 25 йәшкә тиклемге биш кеше йәшәгән.

Улар хаҡындағы тәүге мәғлүмәтте шунда йәшәгән 25 йәшлек егет яҡындағы барға барғанда һатыусыға һөйләй. Егет үҙенең бүтәндәр кеүек иректә йәшәргә теләүен әйтә. Оҙон сәсле, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, иҫке кейемдәге был кешенең ныҡ ҡурҡҡанлығы йөҙөнә сыҡҡан була.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ағастар араһында ышыҡланып ҡына ултырған йортта тикшереү яһағанда, ысынлап та, залдағы шкаф артында подвалға илтә торған йәшерен баҫҡысҡа тап булалар. Һәм унда 58 йәшлек ир һәм уның биш тотҡоно табыла. Улар баҡсаларында үҙҙәре үҫтергән йәшелсә, емеш-еләк менән көн күргән. Әлегә ғаилә башлығы тәртип һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тарта. Балаларҙың әсәһе ҡайҙа һәм кем булыуы билдәһеҙ. Күрәһең, ул бер нисә йыл элек үлеп ҡалған.
Читайте нас: