Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
31 Октября 2019, 07:15
“Беренсе ҡар” салаты
Был салатты әҙерләү өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй. Бының өсөн түбәндәге ризыҡтар кәрәк була:
- 200 грамм бешкән тауыҡ ите; 3 йомортҡа; 80 грамм сыр; 40 грамм грек сәтләүеге; һөйәкһеҙ виноград; майонез; тәменә ҡарап тоҙ.
Әҙерләү:
Тауыҡ итен, йомортҡаны һаламлап турарға, сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә, сәтләүекте ваҡларға. Һәр ингредиентты айырым майонез менән бутарға, теләк булғанда бер аҙ тоҙ һибергә (сырҙың бер өлөшөн биҙәү өсөн ҡалдырырға).
Түбәндәге тәртиптә ҡатлап һалырға:
- тауыҡ ите;
- сәтләүек;
- сыр;
- йомортҡа.
Салаттың ситтәренә ҡалған сырҙы һибергә, өҫтөн урталай ҡырҡылған виноград, сырҙан яһалған ҡар бөртөктәре менән биҙәргә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ сәмле, тормошоғоҙ йәмле булһын!
https://vk.com/tan_gazite
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"