Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2019, 16:11

Ҡайтыу (хикәйә)

Нисәмә йылдар тыуған ауылына аяҡ баҫмаған Замирҙың нишләптер быйыл фәҡәт һабантуй мәленә ҡайтҡыһы килде.

Телефондан был ниәтен әсәһенә әйткәс, теге яҡ башта һөйләшкән арала уның һиҙҙермәҫкә тырышып мыш-мыш илағанын тойҙо… Руль артындағы ир артта бәүелеп кенә иҙрәп йоҡлап киткән балаларына, янында һөйкөмлө йылмайып ултырған кәләше Зөмәрәгә яратып күҙ һалды ла, магнитоланан талғын ғына ағылған “тәмле” көй ыңғайына уйҙарына бирелде…

…Аңлай ул әсәһен, уның сал сәстәре араһында Замирҙың ағартҡаны күберәк. Гөлсимә апаһы бала саҡтан ғаиләгә әллә ни бәлә һалмай үҫте, мәктәптә тырыш, баҫалҡы ине, унан район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһында ашнаҡсыға уҡыны ла, Себер тарафтарына юлланды. Шунда үҙ парын табып, оя ҡорҙо, үҙе кеүек шым еҙнәһе менән тауыш-тынһыҙ, ҡыҙ менән малай үҫтереп йәшәп тик ятты. Ә бына һәр ғаиләнең бәләле балаһы була, тигәндәй, әсәһе Зөлфиәгә эскән ир менән малай тәрбиәләүе еңелдән булманы. Иҫерек иренең көн-төн тыныслыҡ бирмәй ҡаңғыртыуынан әсә сабыйын ваҡытынан алда тапты, ҡаҡса, бәләкәй кәүҙәле улы йыл әйләнәһенә насарлау булды, йыш һыуыҡ тейҙерҙе, уның араһында тиктормаҫ холҡо арҡаһында бер нисә тапҡыр аяҡ-ҡулын һындырып интекте. Етмәһә, эскесе атаһының ҡыланыштарынан ғәрләнеп, мәктәптә малайҙарҙың үсектереүенән биҙәрләп, уҡыуға бармай йөрөгән саҡтары ла булды. Һай, уйлай китһәң, уйылып китерһең! Эсһә, бәйҙән ысҡынған эт кеүек шашҡан атаһының ҡыш уртаһында балаларын бесәй балалары кеүек көрткә алып сығып елләүҙәре, әсәһенең сеңләп илауы, яңғыҙ йәшәгән Хәтирә әбейҙең өйөнә барып инеп, мейес буйындағы ҡаҡ һикелә бер-береһенә һыйынып йоҡлап китеүҙәре… Иртән ҡурҡа-ҡурҡа ғына шым ҡайтып, шар асыҡ ишекте ябып, аҡ мейескә утын яға һалып ебәреүҙәре… Әсәһенең һыуыҡта һулып ҡалған шау сәскә гөлдәрен йәлләп һыйпап тороуы… Кис еткәнсе йоҡлап, айныған атаһы Фәриттең ғаиләһенең күҙенә ҡарарға ҡурҡып, “Һурпа, һурпа кәрәк” тип мыңғырлап, Зөлфиәһенә берәй тауыҡты һуя һалып тоттороуы, иртәгәһенә әсәһе менән атаһының ҡабат һәүетемсә донъя көтөп алып китеүе…

Йылдар үтә торҙо, балта оҫтаһы Фәрит тә эсеү-ашау хаҡына тирә-йүн халҡына бушлай мунса, өй, башҡа ихата ҡаралтыларын эшләп биреп, самаһыҙ тәмәке көйрәтеүе, төш һыуҙы йотлоғоп эскән башмаҡ кеүек араҡы-сәмәйҙәрҙе һемереүе арҡаһында тәүге ҡар яуғанда тыҡрыҡ буйында йоҡлап, һыуыҡ тейҙереп, шунан шәбәйә алмай теге донъяға китеп барҙы…Тыныс йәшәргә ирек бирмәгән аталарынан ҡапыл ҡотолоуҙан балалары ҡыуанырғамы, ҡайғырырғамы икәнлеген дә белмәй миңрәүләнде, әсәләре Зөлфиәнең һығылып төшөп илауына аптырап ҡараны… Йәшлек парын йәшел йыландан ҡотҡара алмаған ҡатындың йәне ни дәрәжәлә әрнеүен бары Аллаһы Тәғәлә генә белә ине…

Атаһының ғибрәттәренән һабаҡ алып үҫкән Замир эсеү-тартыуҙан йыраҡ торҙо, әсәһен тыңлап йәшәне, әммә әрме хеҙмәтенән көйрәтергә өйрәнеп ҡайтты. Һуңғы йылдары спорт менән яҡшы ғына шөғөлләнеп, егет һомғолланып, күкрәкләнеп, олпатланып китте, һәр саҡ яҡты йөҙө, ипле һүҙе арҡаһында йәштәр араһында абруй ҡаҙанды. Күп балалы ғаиләнән булған сибәр ҙә, бөхтә лә Сәлимә менән башҡаларҙы һоҡландырып, көнсөлдәрҙе көнләштереп дуҫлашып, йөрөй башланылар. Замирҙың әсәһе менән ҡыҙҙың ата-әсәһе лә йәштәрҙең мөхәббәтенә арҡыры төшмәне, күңелдәренән фатиха бирҙе. Йәмле йәй етеүгә йылдам рәүештә туйға әҙерлек башланды. Их, тормош һин тигәнсә генә барһа икән! Иҫтә. Барыһы ла әле генә булған кеүек асыҡ күҙ алдына килә!

…Замир башы шаңҡыуына түҙә алмай уянып китте лә ҡапылғара үҙенең ҡайҙа ятыуын аңлай алмай торҙо. Бәй, был ни әсәһенең иҫке келәте түгелме ни, тирә-йүндә донъя кәрәк-ярағы тулып ята: бер мөйөшкә көрәк-һәнәк һөйәлгән, икенсе мөйөштә туҙа төшкән ботинка, итек, калуш өйөлгән, стеналағы ҡаҙауҙарға алама бишмәт, куртка эленгән, ситтәрәк тишек машина тәгәрмәстәре ята… Келәт-келәт инде, ә Замир нишләп ята һуң бында?! Егет өҫтө-башын ҡағып ишеккә йүнәлде, уныһы тыштан ни менәндер терәтелгән булып сыҡты. Кесе ярауы ҡыҫтаған Замир көслө ҡулдары менән этеп, төртөп, аяҡтары менән тибеп, ишекте асыуға иреште. Сыҡҡан ыңғайы бәҙрәфкә йүгереп инеп китте.

Баш, баш шул тиклем дә ауыртыр икән, етмәһә, тәне лә ҡаҡшаған… Егет ишек алдындағы ҡулйыуғыста оҙаҡ итеп шаптырлап йыуынды ла әкренләп зиһене асыла барыуын тойҙо. Көн дә кискә һарҡҡан икән, эңер ҙә төшөп килә… Ҡапҡаны шығырлатып асып инеп килгән дуҫы Кәримде күреүгә барыһын да хәтерләне… Иптәш егете уға иһә бар хәл-торошто тасуирлап һөйләп бирҙе…

…Яусылау, никах – барыһы ла күркәм үтте. Туй көнөндә лә ҡояш шундай сағыу йылмая ине. Мәжлескә ярты ауыл тигәндәй саҡырылған. Ҡунаҡтар йәштәргә бәхет теләп телмәр һөйләне, бүләк һалды, дәртлеләр йыр һуҙҙы, таҡмаҡ әйтте, бейергә төштө… Табында ултырыусылар ҡыҙғандан ҡыҙа барҙы… Өлкәндәр өҫтәлдең бер башында байрам итһә, урта төштәр бер тирәгә тупланды. Йәштәр үҙҙәренсә ҡыланды… Замир янына ваҡыты-ваҡыты менән килеп “Әйҙә, бажа, берҙе тотайыҡ!” – тип иҫерек Рәсүл мыжыны, “Кейәү, әйҙә, эсәйек” тип бер нисә ҡайнағаһы килеп киткеләне, ҡыҙ яғынан йылмаяҡ Нәйлә еңгә мөлдөрәмә тулы рүмкәле батмусын уйнатып, ярты сәғәттәй кейәү менән кәләш алдында бейеп торҙо. Уйын уйнатыусылар кәләште уртаға сығарып, “Һин хәҙер ир ҡатыны булдың!” тип алдына алъяпҡыс, башына яулыҡ бәйләнеләр, ир-ат “Һин хәҙер ир!” тип Замирҙы күмәкләп күккә сөйҙө… Яңғырап торған дәртле көй, ҡатын-ҡыҙҙың шырҡ-шырҡ көлөүе, ир-аттың һаһылдауы, әллә нисәмә мәртәбә күккә сөйөлгән Замир аяҡтары ергә тейеүгә башы әйләнеп китте. “Аһ, кейәү, тулҡынланыуҙан хатта ауыҙың кибеп киткән шикелле, мә, һут булһа ла уртла!” тип стакан һуҙып торған Самиғә еңгәнең һүҙен йыға алмай төп күтәрә эсеп ҡуйҙы. Шунда уҡ башына ҡан йүгерҙе. Ауыҙы йырылды, стаканда һут түгел, коньяк булыуын да аңланы, әммә һис асыуланғыһы килмәне, заманса бейеүҙә борғоланыусылар янына ашыҡты, ҡыҙыу хәрәкәттәр яһап, бейей башланы, көй ыңғайына хатта һыҙғырып ебәрҙе! Ана шунан башланды ла инде ен туйы! Замир инде тәҡдим иткәндәрен дә көтмәй өҫтәлдәге араҡы шешәһен алып морононан һемерҙе, бер яҡтан хәбәр һөйләгән Сәлимәһен, икенсе яҡтан эсмәүен ялбарған әсәһен тыңламай, ҡотороп бейеүен дауам итте. Хатта үҙен һинд киноһындамын тип хис итеп ашамлыҡ тулы өҫтәлгә менеп бейей башланы, теге башта көйҙө туҡтатҡандары өсөн асыуланып, һауыт-һабаны тибеп осорҙо. “Кейәү, алйыма” тип килеп йәбешкән иҫерек ҡайнағаларын уңлы-һуллы һалып осорҙо, ап-аҡ туй күлдәген түшенән шытырлатып йыртып ташлап, “Әйҙә, һуғышайыҡ. Кем ҡурҡмай!” тип аҡырҙы, уның артынса үҙе сәүек кеүек шыңшып илап, тигеҙлек юғалтып, аяҡ аҫтына тәгәрәне. Иҫерекле-айныҡлы халыҡ был ғибрәткә иҫе китеп һаман да шашып байрам итте, ҡамасаулап аптыратмаһын өсөн Замирҙы һөйрәкләп алып барып келәткә елләп, ишеген терәтеп ҡуйҙылар. Был хәлдәргә тешен ҡыҫып түҙгән Сәлимә йәшен кеүек тиҙлектә Замирҙың бүләген – туй фатаһын, кейемен атып бәреп, эске күлдәктә илай-илай ҡапҡаға ынтылды… Туй аҡсаһы һалынған төйөнсөктө иҫерек еңгәләрҙән тартып алған Зөлфиә был мәхшәрҙә үҙенең нисек аҡылдан шашмауына тетрәп, сеңләп кенә иланы ла иланы… “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа шул, бигерәк матур пар ине бит балаҡайҙар, кемдең генә күҙе тейҙе икән…” тип ҡабатланы әсә ирендәре…

…Замир башын баҫып ҡына өйгә инде.

– Индеңме, улым. Әйҙә. Ҡоротлап һурпа эс. Унан мунса яғып ебәрерһең. Бик ныҡ яңлыштың, улым. Хәҙер инде һуң. Сәлимә килен дә ике аяғының береһен баҫып йөрөмәһен, тигән хәбәр ебәрҙе. Дүрт аяҡлы ат та абына. Үтенесем бар. Аҡсаһын хәстәрләгәнмен, иртә таңдан юлға сығырһың, ҡалаға бар, эшкә урынлаш, кәмендә биш йылдан ғына ҡайтыуыңа ризамын, унда ла шартым бар – өйләнһәң, үҙ ғаиләңде ҡорһаң ғына. Башта ҡыйын булыр. Унан күнерһең, йә әҙәм булырһың, йә әрәм булырһың – барыһы ла үҙеңдән тора. Әсә өсөн бала ҡәҙерле. Төн йоҡламай, балаларым, тип йоҡламай йәшәгән әсәйеңдең тырышлығы бушҡа китмәһен тиһәң, башҡа һынауҙарға бирешмәҫһең.

…Бына Замир ҡайтып килә. Йәшлек хатаһынан 10 йыл үткән. Әсәһен тыңланы ул, иҫерткес эсемлектәрҙе лә, тәмәкене лә ауыҙына яҡын килтермәне. Заводта эшләне, Зөмәрә исемле ҡыҙға өйләнде. Ҡала ситендә ыҡсым ғына йорт төҙөп инде, Сәлимә исемле ҡыҙ, Заһир исемле ул үҫтерәләр. Замирҙың күңеле тыныс. Мөхәббәт берәү генә була, башҡаны яратып булмаҫ тип моңһоуланһа ла, Зөмәрәһенә бик ғашиҡ булып алды ул. Баҡтиһәң, беренсе мөхәббәт булғас, икенсеһе лә була икән!

Кәләшенә үҙенең беренсе өйләнеү тарихын йәшермәй һөйләне ул. Әсәһенә байрамдар уңайынан посылка, мулдан аҡса ла һалып торҙо Замир, уллыҡ бурысын онотманы.

Тормош! Маңлайыңа яҙылғанды күрмәү сараһы бармы икән? Юҡтыр… Беренсе кәләшенә элек ғәфү үтенеп хат яҙғайны ҡаланан, үҙ-ара аңлаштылар. Сәлимәнең яңынан кейәүгә сығып, ике бала әсәһе булып ырыҫлы йәшәүен ишетеп тә ҡыуанды ул.

Бына ул тыуған ауыл! Яҙмыш был көндәрҙе лә күрергә насип иткән! Ҡапҡа төбөнә сығып көтөп торған ҡарт әсәһен Замир ҡәҙерләп ҡосаҡланы. Артынса Зөмәрәһе балалар менән килеп ҡушылды. Әсә йөрәге тигеҙ типте, маңлайындағы һырҙар яҙылғандай булды. Яңлышҡан, аҙашҡан балаларын әсә йөрәге лә, ғәзиз тыуған тупраҡ та һәр саҡ кисерә, ҡабул итә итә шул.

"Ейәнсура таңдары" гәзитенән.


Читайте нас: