Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2019, 21:42

Ни өсөн йоҡлаған кешене фотоға төшөрөргә ярамай

Биоэнергетиктар иҫәпләүенсә, фото яҙмышҡа йоғонто яһай, шуның өсөн дә уға еңел-елпе ҡарарға ярамай.

Кеше менән уның фотоһы араһында бәйләнеш бик ҙур. Был өлкә белгестәре фекеренсә, йоҡлағанда йән тәндән айырыла, энергетика көсһөҙләнә. Ундай ваҡытта кеше тышҡы тәьҫир көсөнә ҡаршы тора алмай. Был ҡиәфәттәге фото насар уйлы әҙәмгә барып эләкһә, уға күҙ тейергә, ауырыуға һабашырға мөмкин

Дини кешеләрҙең фкере лә өҫтәгеләрҙеке менән ауаздаш: кеше йоҡлағанда яҡлауһыҙ ҡала, шуға күрә бүтән сит тәьҫиргә бирешеп барыусан. Кешене йоҡлағанда фотоға төшөрһәң, уның һаҡсы фәрештәһе ҡаса, ти ололар.

Был тыйыуҙы медицина күҙлегенән дә аңлатып була. Кешенең йоҡоһо тәрән һәм еңелсә булырға мөмкин. Ныҡ йоҡлағандары фотоаппараттың шылт иткән тауышына ҡапыл уянып, ныҡ ҡурҡыуы, ҡото осоуы ихтимал, хатта был хәлдең йөрәк өйәнәгенә тиклем еткереүе ихтимал.

Был хөрәфәттең тарихи аңлатмаһы ла бар: XiX быуатта тәүге фотоаппараттар барлыҡҡа килгәс, байҙар, үлгән кешене матурлап кейендереп, йөҙөн гәзит менән ҡаплап, аш өҫтәле янында йәки карауатта йоҡлаған ҡиәфәттә ятҡырып, иҫтәлеккә фотоға төшөрөр булған. Ошонан сығып та, бәлки, кешене йоҡлағанда фотоға төшөрөү уның үлемен тиҙләтә тигән хөрәфәтте барлыҡҡа килтергәндер.

Ә иң мөһиме һәм дөрөҫө, моғайын, этик яғына иғтибар итергәлер: йоҡлағанда кеше үҙенең хәрәкәттәренә, мимикаһына хужа була алмай, шулай уҡ быға рөхсәт тә бирмәй, тимәк, берәү ҙә уның шәхси биләмәһен боҙа алмай.
Читайте нас: