Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2019, 16:39

Икмәкте полиэтилен тоҡта һаҡларға ярамай!

“Роспотребнадзор” Рәсәй халҡына икмәкте һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә, уны нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында кәңәштәр биргән.

Белгестәр әйтеүенсә, икмәктең урындағы ойошмалар етештергәнен һатып алырға кәрәк. Икмәкте стационар сауҙа предприятиеларынан ғына алырға тырышығыҙ, унда уны һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырылған.

"Икмәктең формаһы дөрөҫ, иҙелмәгән, ярылмаған булһын. Уның йомшағы сей, дымлы, төйөрсөклө булырға тейеш түгел", — тип яҙа “Роспотребнадзор” белгестәре. Этикеткала икмәктең әҙерләү датаһы һәм һатыу ваҡыты күрһәтелергә тейеш. Аҡ икмәк бешерелгән ваҡыттан 24 сәғәткә тиклем генә файҙалы сифаттарын һаҡлай, ә арыш һәм арыш-бойҙай икмәге - 36 сәғәт дауамында. 200 грамдан кәмерәк булған икмәк-күмәс ризыҡтары 16 сәғәткә ҡәҙәр һаҡлана.

Ваҡ сауҙа нөктәләренән икмәк-күмәс һатып алғанда, “Роспотребнадзор” яраҡлылыҡ ваҡытына, һаҡлау шарттарына, шулай уҡ, температура режимын үтәүгә һәм дымлылыҡ дәрәжәһенә, шул иҫәптән һатыу урындарына ла иғтибар итергә кәңәш итә.

Икмәкте полиэтилен пакетта һаҡламағыҙ. Унда бик тиҙ ваҡыт эсендә һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс бактериялар үрсей башлай. Иң яҡшыһы — махсус икмәк һауытында йәиһә туҡыма тоҡта. Күгәргән еҫ килгән икмәкте лә ашарға ярамай — был уның актив боҙола башлауын аңлата, тип билдәләй ведомство.

"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас: