Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь 2019, 16:36

Дымлы салфеткалар ҡулланыуҙан алынасаҡ

Рәсәйҙә дымлы салфетка (влажная салфетка) һәм мамыҡлы таяҡсыҡтарҙы (ватные палочки) тыйырға тәҡдим итәләр.

«Гринпис» экологияны һаҡлау ойошмаһы Рәсәй территорияһында 10 пластик әйберҙе тыйырға тәҡдим итә. Улар араһында дымлы салфетка, кәнфиттәр өсөн таяҡсыҡ һәм мамыҡлы таяҡсыҡ та бар. Экологтарҙың рәсми хаты инде РФ-ның табиғәт министры Дмитрий Кобылкинға ебәрелгән.
Быға ҡәҙәр “Гринпис” тарафынан Рәсәйҙең 51 өлкәһендәге һыулыҡтарҙың ни дәрәжәлә бысраныуы асыҡланған. Һөҙөмтәләрҙе анализлағандан һуң эксперттар пластик ҡулланыуҙы кәметеү юлдары тураһында уйлана.
Дымлы салфеткаларға ни булған?
Рәсәй «Гринпис»ы эксперты Дмитрий Нестеров әйтеүенсә, дымлы салфеткаларҙа пластик епселдәр бар һәм улар тарҡалмай.
Тағын нимәләрҙе тыйырға теләйҙәр?
Тыйылырға мөмкин булған әйберҙәр араһында тағын пакет-майкалар, ризыҡ өсөн контейнерҙар, бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған һауыт-һаба, “трубочка”лар, һауа шарҙары өсөн пластик таяҡсыҡтар ҙа бар.
Һөҙөмтәләр ниндәй ниндәй?
Яр буйҙарындағы иң күп сүп - ул пластик һәм тәмәке төпсөктәре икән. Волонтерҙар яр буйҙарында йөрөп 229,1 мең сүп тапҡан. Уларҙың 68,1% е пластик, 31,9% ы - башҡа сүп-сар. Бөтә пластиктың 29,7%-ын тәмәке төпсөктәре алып тора, унан пластик пакеттар(9,7%), шешәләр (8,7%), ҡапҡастар (7,3%), дымлы салфеткалар (5,2%), эсемлек өсөн стакандар һәм уларҙың ҡапҡастары (4,5%), фаст-фуд һауыттары (2,5%) килә.
Шуныһын да иҫкә алуу мөһим: йыйылған сүүптең 96,2%-ы ул бер генә тапҡыр ҡулланыла торған тауар икән, ни бары 3,8% ҡына бер нисә тапҡыр ҡулланылышта була.
saby-rt
Читайте нас: