Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2019, 13:25

Тамауҙы дауалағандағы 9 хата

Тымау сезоны башланды тиергә була.

1 хата. Больничныйҙан баш тартыу

Температура булмайынса, киҫкен ринит булғанда кеше ғәҙәттә больничныйға сығыуҙан баш тарта. Әммә тымауҙы аяҡ өҫтө генә уҙғарғансы, эш физик яҡтан ауыр эш йәки башҡалар менән даими контактта булһағыҙ больничный алыу хәйерле. Сөнки өҙлөгөү ҡурҡынысы бар.

2 хата. Бүлмәне елләтмәү

Оҙаҡ ваҡыт ниндәй ҙә булһа бүлмә эсендә булғанда (өйҙә, офисмы, мөһим түгел) унда ҙур күләмдә бактериялар туплана. Шуға күрә бүлмәне елләтергә кәрәк, ауырыһағыҙ бигерәк тә. Шулай уҡ һауаны дымландырыу тураһында ла онотмағыҙ, ул да беҙҙең тирегә һәм лайлалы тышсаларга кәрәк. Әммә быны ла елләтеү менән алмаш-тилмәш башҡарырға кәрәк, юҡһа бактериялар үрсетеү өсөн идеаль мөхит барлыҡҡа киләсәк. Башта бүлмәне елләтергә, һуңынан һауаны дымландырырға кәңәш ителә.

3 хата. Ауырыған ваҡытта йәмәғәт транспортында йөрөү

Тиҙерәк һауығырға теләһәгеҙ, йәмәғәт транспортында йөрөмәй тороғоҙ. Хәҙерге ваҡытта киң таралған берҙәм кондиционерҙар системаһы, ябыҡ пространство һәм унда ауырыу кешеләрҙең булыуы насар тәьҫир итергә мөмкин. Вагондың бер башында кемдер сөскөрһә, был ҡурҡыныс түгел һымаҡ. Әммә бактериялар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ таралып һеҙгә ҡәҙәр килеп етергә мөмин.

4 хата. Хатта файҙаһы булмаһа ла үҙ белдегең менән дауаланыу

Һәр тымау төшкән һайын табипҡа барырға тигән һүҙ түгел. Әммә 4-5 көн дауамында ринитты дауалап та ыңғай һөҙөмтә булмаһа, табипҡа барырға кәрәк. Сөнки бишенсе көнгә вирус инфекцияһы бактериаль инфекцияға әйләнә һәм өҙлөгөүҙәр килтереп сығара.

5 хата. Тамырҙарҙы тарайта торған дарыуҙарҙы күп ҡулланыу

Әммә тамырҙарҙы тарайта торған тамсыларҙы самаһын белеп, аҡыл менән ҡулланһаң, ауырыуҙың беренсе этаптарында улар ярҙам итә, шешенеүҙе бөтөрә. Бындай препараттарҙы 5-6 көндән дә артыҡ ҡулланырға ярамай. Әгәр быны үтәмәһәгеҙ, медикаментоз ринит барлыҡҡа килеүе бар. Ул танау ҡыуышлығында тамырҙарҙы тарайта торған дарыуҙар ҡулланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән аллергиялы булмаған хроник ринит. Ҡыҙғаныс, ҡайһы бер кешеләр йылдар буйы был дарыуҙарҙы ҡуллана, һөҙөмтәлә уларҙың танауҙарында ғына түгел, ә бөтен организмында тамырҙары тарая. Бындай пациенттарҙа инфаркт һәм инсульт барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы арта, нәҫелдә бындай ауырыуҙар булһа бигерәк тә.

6 хата. Танауҙы дөрөҫ йыуҙырмау

Ҡайһы бер табиптар танауҙы йыуҙырғандан һуң тамырҙарҙы тарайта торған спрейҙар ҡулланырға ҡуша. Әгәр танау ныҡ шешенгән икән, беҙ уны барыбер кәрәгенсә йыуҙыра алмайбыҙ. Шуға күрә был эште киреһенсә эшләргә кәрәк. Башта спрей һиптерергә, биш минуттан һуң, танау яҡшыраҡ һулай башлағас, әкрен генә һеңгерергә һәм танауҙы йыуҙырырға. Йыуҙырыу менән дә артыҡ мауығырға кәрәкмәй, уны 15 көн рәттән эшләргә кәңәш ителмәй.

Танауҙы йыуҙырыу өсөн шыйыҡсаны өйҙә лә яһарға була. Бер стакан ҡайнаған йылы һыуға бер ҡалаҡ тоҙ һалып яҡшылап болғатырға кәрәк.

7 хата. Халыҡ медицинаһы сараларына өмөтләнеү

Тымауҙы дауалай торған тағы бер популяр ысул бар — танауҙы тоҙ менән йылытыу. Был уңайһыҙ симптомдарҙы бөтөрә, тик башланғыс стадияда ғына ярҙам итә. сөнки күп кеше ауырыуҙың башланғыс стадияһыҙ уҙғарып ебәрә лә, быны 4-5 -се көндә генә эшләй. Ә был ваҡытта инде бактериаль инфекция башланған була. Был осраҡта йылытыу арҡаһында төрлө өҙлөгөүҙәр, мәҫәлән гайморит булырға мөмкин.

8 хата. Танауҙы дөрөҫ һеңгермәү

Танауҙы һәр ваҡыт әкрен генә, көсәнмәйенсә һеңгерергә кәрәк, бигерәк тә танау шешенгән булһа. Әгәр танау тығылған икән, тамырҙарҙы тарайта торған дарыу менән башта шешенеүҙе бөтөрөгөҙ һуңынан әкрен генә һеңгерегеҙ. Башта танауҙың бер яғын бармаҡ менән ҡаплап, икенмеһен һеңгерергә, һуңынан алыштырырга кәрәк.

Интертат.
Читайте нас: