Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 14:20

“Башҡортостан – дуҫтар күҙлегенән”

Республиканың Милли музейында “Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән-2019” фотокүргәҙмәһе эшләй башланы. Ул “Башҡортостан – Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” халыҡ-ара акцияһы йомғаҡтары буйынса ойошторолдо һәм ғинуар аҙағына тиклем дауам итә. 1


Әлеге проект республикала 1990 йылда ғәмәлгә индерелгәйне. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡорто­с­тан­ға байтаҡ илдәрҙән һәм Рәсәй төбәк­тәренән фоторәссамдар килде. Былтыр проект Ҡаҙағстандан, Көньяҡ Кореянан, Перуҙан, АҠШ-тан, Мәскәүҙән, Силәбенән, Татарстандан фотография оҫталарын йый­ҙы. Уның маршруты Баймаҡ, Белорет, Бөр­йән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондарынан үтте. “Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән-2019” күргәҙмәһе экспозиция­һына ошо сәфәрҙә төшөрөлгән фотоһүрәттәр индерелде.
Фото: ant-ufa.com
Читайте нас: