Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2020, 13:23

«Ашығыс ярҙам» табиптарының уртаса эш хаҡы артты

Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы табиптарының уртаса хеҙмәт хаҡы 2019 йылда 74,9 мең һумдан артты

«Ашығыс ярҙам»да эшләгән урта медицина персоналының хеҙмәт хаҡы уҙған йылдың ғинуар-декабрендә уртаса 43,1 мең һум тәшкил итте. Кесе медицина персоналы иһә 33,9 мең һум самаһы алды.
«Былтыр Башҡортостанда ашығыс саҡырыуҙарға ваҡытында килеп етеү өлөшө 98,7 процент тәшкил итте», — тине республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.
Хәҙерге ваҡытта республиканың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтендә 59 станция һәм бүлексәләр бар. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 74 һәм 23 бригаданан торған бер ашығыс медицина ярҙамы станцияһы иҫәпләнә. Башҡортостандың 57 районында һәм ҡалаларҙа ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләре эшләй.
Читайте нас: