Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2020, 20:25

Шифаһын күрегеҙ

Күптәр бойҙайҙың ғәжәйеп файҙалы үҙенсәлектәрен белмәй торғандыр.

Һыуҙа ебетелгән бойҙай төрлө витаминдарға, ферменттарға бай.
Шыттырылған бойҙайҙы 1-2 аҙна дауамында ҡулланғандан һуң, һәр кемдең, йәшенә ҡарамаҫтан, сәламәтлеге һиҙелерлек яҡшыра. Сәс ҡойолоу туҡтала, күҙ күреме яҡшыра, тештәр нығый. Бындай бойҙай менән баш ауырыуҙарын, бронхит, теш, тромбофлебит, полиневрит, экзема, ашҡаҙан, ашҡаҙан-эсәк тракты, күҙҙәр, бөйөрҙәр, артрит һәм башка ауырыуҙарҙы дауаларға була.
Бойҙай орлоҡтарын нисек ҡулланырға? 100 грамм бойҙайҙы һалҡын һыуҙа яҡшылап йыуырға, һауытҡа һалырға һәм һыу өҫтәргә кәрәк. Орлоҡтар һалынған һауытты йылы урынға ҡуйырға, өҫтөн ҡағыҙ салфетка менән ҡапларға. 24 сәғәттән һуң шытҡан орлоҡтарҙы бер нисә ҡат йыуырға, унан иттартҡыстан үткәрергә йәки башҡаса ваҡларға кәрәк. Ошо массаға бер үк күләмдә һөт йәки ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Тәменә ҡарап бал да өҫтәргә була. Эмаль йәки быяла һауытта парландырып алырға.
Дауаланыу 3-4 аҙна буйы бара. Һутты көнөнә 3-4 тапҡыр ашар алдынан 1-2-шәр ҡалаҡ эсергә.
Татинформ.
Читайте нас: