Конкурстың төп маҡсаты — талантлы, ижади эшләүсе педагогтарҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү hәм бүләкләү; педагогтарҙың социаль статусын hәм уҡытыусыларҙың hәм тәрбиәселәрҙең хеҙмәт абруйын күтәреү; Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусылары, тәрбиәселәренең педагогик тәжрибәһен таратыу. Конкурс сиктәрендә «Рус теле hәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле hәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Йылдың йәш уҡытыусыһы» бәйгеләре үткәрелә. Бәйгене мәғариф бүлеге начальнигы Вячеслав Георгиевич Иванов асты. Ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Артур Мөхлис улы Зарипов сығыш яһаны. Иң изге теләктәр менән бәйгелә ҡатнашыусыларға район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Роман Владимирович Тиманкин мөрәжәғәт итте.
Быйыл 12 мәктәп уҡытыусыһы hәм ете мәктәпкәсә белем биреү педагогы үҙ-ара көс һынашты: Ғимазетдинова Элиза Ғаяз ҡыҙы, Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең рус теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы; Тимофеева Зинаида Федоровна, Константин Иванов исемендәге Баҙлыҡ урта мәктәбенең сыуаш теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы; Ноғоманова Динара Ринат ҡыҙы, Бишбүләк 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы; Хәбирова Гөлнара Фәнүз ҡыҙы, Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбенең математика, информатика hәм физика уҡытыусыһы; Алексеева Наталья Федоровна, Бишбүләк 2-се урта мәктәбенең рус теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы; Лапшина Людмила Ивановна, Бишбүләк ауылы 2-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы; Семенова Резида Ғәйнулла ҡыҙы, Дим урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы; Әхмәтшина Фәриҙә Рәмил ҡыҙы, Ҡаныҡай урта мәктәбенең башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы; Инсапова Нурсөя Фәрит ҡыҙы, Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбе филиалы — Ҡунаҡҡол ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы; Андреева Мария Вениаминовна, Михайловка урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы; Данилова Гөлнара Йәғәфәр ҡыҙы, Сухоречка урта мәктәбенең татар теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы; Ғимазова Алһыу Фәүзәр ҡыҙы, Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәбенең татар теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы; Ғәтиәтуллина Илзинә Шәфҡәт ҡыҙы, Айыт ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе; Иванова Надежда Олеговна, К. Иванов исемендәге Баҙлыҡ урта мәктәбе филиалы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.; Фазлиәхмәтова Зөhрә Таhир ҡыҙы, Бишбүләк ауылының «Йылмайыу» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе; Михайлова Светлана Анатольевна, Бишбүләк ауылының «Йылмайыу» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе; Хисамова Резида Хәлим ҡыҙы, Бишбүләк ауылының «Умка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе; Шәйәхмәтова Рәфилә Рәфит ҡыҙы, Бишбүләк ауылының «Умка» балалар баҡсаһы педагог-психологы; Хәйретдинова Рузана Мәхмүт ҡыҙы, Бишбүләк ауылының «Торнаҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Конкурста ҡатнашыусыларға «2019 йыл уҡытыусыһы» конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе, Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Бишбүләк ауылы 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Розалиә Әхиәр ҡыҙы Сафонова hәм Бишбүләк ауылының «Умка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы 2019» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Наталья Федоровна Хисаметдинова изге теләктәр менән мөрәжәғәт итте. Конкурстың программаһы бай булды. 20-30 ғинуарҙа педагогтар мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр hәм Бишбүләк ауылы балалар баҡсаларында дәрестәр күрһәтәсәктәр, «Мин — уҡытыусы!» эссеһында фекерҙәрен дөрөҫ аңлатыуҙа ярышасаҡтар, оҫталыҡ дәрестәрендә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡтар, үҙ сығыштарына һығымта яһаясаҡтар, методик кәңәшмәлә фекер алышасаҡтар, интернетресурс трансляциялаясаҡтар.