Бындай тәҡдимде бер-нисә йыл элек Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Татьяна Москалькова яһай. Уның һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙар әрмегә алынмағас, уларҙың хоҡуҡтары боҙола. Яңыраҡ ошо уҡ тәҡдим менән депутат Виталий Милонов та сығыш яһаған. Белгестәр иһә, быға мохтажлыҡ юҡ, тип иҫәпләй. Сөнки килешеү буйынса хеҙмәт итеүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Шулай булғас, ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтары боҙола, тип әйтеү урынһыҙ. Теләге һәм мөмкинлеге булған һәр кем, илһөйәрлек тойғоларын уятып, хәрби бурысын үтәп ҡайта ала.