Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2020, 22:30

Хәүефле ҡалдыҡтар эшкәртеләсәкме?

Башҡортостанда йыл һайын 80-дән 120 тоннаға тиклем 1-се һәм 2-се класлы хәүефкә ҡараған ҡалдыҡтар йыйыла.

Терегөмөшлө лампалар һәм батарейкаларҙы йыйыу менән шөғөлләнеүсе ойошмалар бар, әммә улар тулы ҡеүәтенә эшләп етмәй ине. Юғары хәүеф категорияһына ҡараған көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы регламент индерелеүе сәбәпле, күптәренең эшмәкәрлеге туҡтатылды. “Росатом” дәүләт корпорацияһының “РосРАО” предприятиеһы ошондай ҡалдыҡтар менән эшләүсе берҙән- бер федераль оператор итеп тәғәйенләнде. Тиҙҙән беҙҙең республика ла улар менән килешеү төҙөйәсәк. Терегөмөшлө лампаларҙы, батарейкаларҙы, аккумуляторҙарҙы йыйыусы һәм үтилләштереүсе урындың ҡайҙа урынлаштырылыуы билдәһеҙ. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә был майҙансыҡ мотлаҡ булдырыласаҡ.

Читайте нас: