Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2020, 15:15
Өлөш, ваҡ бәлеш ҡамыры рецебы
Халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарын байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек табынға ла әҙерләргә мөмкин.
Бер ҡап аҡ майҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, он, бер семетем сәй содаһы менән ыуабыҙ , шуға 2 туғылған йомортҡа,1 ҡалаҡ магазин ҡаймағы һалып яҡшылап бутайбыҙ, 150 грамм бүлмә температураһындағы һыуға 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо , ярты сәй ҡалағы тоҙ һалып ебетәбеҙ онло ҡатнашмаға ҡушып ҡамырыбыҙҙы яҡшылап баҫып бөтөрәбеҙ.
Ҡамыр бик йомшаҡ, ҡулға йәбешмәй торған була. Бер 15-20 минут ҡаплап тороп, ҡамырыбыҙҙы ял иттерәбеҙ. Унан һуң инде ваҡ киҫәктәргә бүлеп, йәйеп, эслекте һалып, ваҡ бәлеш, өлөштәребеҙҙе яһап, ҡалайға теҙеп, ҡыҙған духовкаға ҡуйып бешереп сығарабыҙ. Ҡайнар килеш табынға бирәбеҙ .
- (өлөш өсөн эслек : ит, бәрәңге, һуған, тоҙ, борос, ваҡ бәлеш өсөн эслек : туралған емештәр, бүрттерелгән дөгө ,тоҙ, шәкәр ҡомо, аҡ май, тәм өсөн әнис орлоҡтары һалабыҙ )
Аштарығыҙ тәмле булһын !
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"