Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
6 Октября 2020, 11:59
Борщ өсөн тәмләткес
Баҡсабыҙҙан йыйып алынған сөгөлдөр, кишер, һуған, помидор, татлы борос кеүек йәшелсәләрҙән ҡышҡылыҡҡа борщ өсөн тәмләткестәр яһап алайыҡ.
Ингридиенттар:
* 3 кг сөгөлдөр
* 1 кг кишер
* 1 кг башлы һуған
* 1 кг татлы борос
* 1 кг помидор
* 1 стакан шәкәр
* 3 аш ҡалағы тоҙ
* 1 стакан үҫемлек майы
* 125 мл 9% аш һеркәһе
Һанап үтелгән аҙыҡ-түлектән яҡынса 12 ярты литрлыҡ тәмләткес сыға.
Бар йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартып ҡуябыҙ. Һуғанды яртылаш йә дүрткә бүлеп, ярым балдаҡлап турайбыҙ. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Боросто һалам кеүек оҙонсалап турайбыҙ. Помидорҙы ярым түңәрәк итеп ҡырҡып сығабыҙ. Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыуы сығыу менән утты көсәйтәбеҙ ҙә йәнә 25 минут бешерәбеҙ.
Стерелләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"