Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2020, 17:46

Кәбеҫтәнән ҡоймаҡ

Бөтөн ғаилә көн дә өйҙә саҡта уңған хужабикәләребеҙҙең аш-һыу әҙерләү йәһәтенән фантазияһына сиктәр юҡтыр.

Кәрәк: 300-400 гр кәбеҫтә, 200 мл кефир, 1 йомортҡа, 1 һуған, 3-5 ҡалаҡ он, көнбағыш майы, 1/3 сәй ҡалағы ҡамыр күперткес, самалап тоҙ.

Кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ, тоҙ һалып ҡул менән ныҡ итеп иҙәбеҙ. Һуғанды эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Кәбеҫтә һәм һуғанға кефир, йомортҡа, он, ҡамыр күперткесте ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ кеүек килеп сыға. Кәрәк булһа он өҫтәгеҙ. Табала көнбағыш майын ҡыҙҙырып, ҡамырҙы талғын утта ике яҡлап алһыуланып бешкенсе тотабыҙ. Әҙер ҡоймаҡтарҙы ҡағыҙ ашъяулыҡҡа һалабыҙ. Табынға ҡаймаҡ менән ҡайнар йәки һалҡын килеш ултыртһаң да була.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

Читайте нас: