Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ноябрь 2020, 12:40

Ҡалаҡты ла ашайҙар икән

Республика Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты Япония сауҙа ассоциацияһын экспортҡа оҙатырлыҡ тауарҙар менән таныштырҙы.

Сит ил белгестәренә башҡорт балын, кальцийлы соданы, оҫталар шоколадын, ашарға яраҡлы ҡалаҡтарҙы һәм утта янмай торған полипропелен торбаларҙы тәҡдим иткәндәр.
Япондарҙы сөсө ҡамырҙан яһалған ашарға яраҡлы ҡалаҡтар барыһынан да нығыраҡ ҡыҙыҡһындырған. Глютенһыҙ, шәкәр, мал майы, буяғыстар ҡушылмаған ҡалаҡтарҙы ашҡа ҡушып ашап та була, сувенир урынына бүләккә лә йәтеш.
"Япондарға Башҡортостанда етештерелгән был үҙенсәлекле ҡалаҡтар бик оҡшар тип уйлайым, сөнки беҙҙә экоаҙыҡтар һәм вегетарианлыҡ бик популяр", - тип белдергән Рәсәй Иҡтисад буйынса ғилми-етештереү институты, сауҙа буйынса Япон ассоциацияһы директоры урынбаҫары Токафуми Накаи.
Фотолар интернеттан.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: