-17 °С
Болотло
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре менән барғанда быйыл беҙҙең аранан киткән танылған йырсы Бибисара Азаматованың исемен Өфө урамдарының береһенә бирергә вәғәҙә иткәйне.
Бибисара Азаматова октябрь айында 72 йәшендә мәрхүм булды. Уны барыһы ла ысын халыҡ йырсыһы булғаны өсөн яратты. Ул биш концерт бирҙе, алты альбом сығарырға өлгөрҙө. 73 йырҙан торған һуңғы альбомы 2020 йылда донъя күрҙе.
Сығанаҡ: bv02.rbsmi.ru