Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
26 Ноября 2020, 13:36
Башҡорт балы өсөн тауыш бирегеҙ!
Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта “Рәсәй тәмдәре” милли гастрономия конкурсында милли брендтар өсөн тауыш биреү дауам итә.
26 ноябрҙең төш мәленә ҡарата брендтар ярты миллион самаһы тауыш йыйған. Уларҙың биш меңдән ашыуы – башҡорт балы өсөн бирелгән баһа. Һөҙөмтәлә Мәскәү өлкәһенән тәҡдим ителгән Посад прәниктәрен үтеп китеү өсөн беҙҙең балға тағы 14-15 мең тауыш йыйырға кәрәк. Халыҡ тауыш биреүе “Рәсәй тәмдәре” конкурсының бер этабы һәм ул 2 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Башҡорт балына тауыш биреү өсөн “Рәсәй тәмдәре” конкурсы сайтына – https://russiantastes.ru/ инергә һәм тауыш ҡалдырырға кәрәк. Әйткәндәй, Башҡортостан үҙенең 26 брендын тәҡдим итә, тәүҙә һеҙҙеңсә иң яҡшы булғанын һайлап алыу зарур.
Бөгөн йәнә беҙҙең тауарҙар – Башҡортостан экосалаты, Башҡортостан еләге, Башҡортостан баллы сыры һәм Федоровка ҡаҙы 1,2 меңдән 7 меңгә тиклем тауыш йыйған.
Бөтәһе был конкурста 79 төбәктән 508 тауар ҡатнаша. “Рәсәй тәмдәре” беренсе милли брендтар конкурсын илдең Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора. Конкурстың маҡсаты халыҡты илебеҙҙең күп төрлө үҙенсәлекле ризыҡтары менән таныштырыу. Шулай уҡ еңеп сыҡҡандар дәүләт ярҙамы аласаҡ.
Фото:
m.2gis.ru
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"