Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2020, 18:24

“Транснефть - Урал” йәмғиәте халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләйбеҙ

“Транснефть - Урал” йәмғиәтенең хеҙмәт һағы, экология һәм энергия һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системаһы халыҡ-ара стандарттарға тап килә - предприятиеға эске аудит уҙғарған эксперттар ошондай һығымтаға килгән.

Акционерҙар йәмғиәтенең баш офисы Өфөлә урынлашҡан, Башҡортостандан тыш, производство объекттары күрше төбәктәрҙә лә эшләй. Быйыл аудит предприятиеның Силәбе өлкәһендә урынлашҡан объекттарында уҙғарылды.

- “Киң, системалы һәм планлы” - аудиторҙар предприятиела хеҙмәт һағы өлкәһендә алып барылған эште ошолай ҡылыҡһырламаланы. Шуға күрә тормошҡа ашырылған саралар юғары һөҙөмтә күрһәтә.
- Эксперттар шуны ла раҫланы, “Транснефть - Урал” энергоменеджмент өлкәһендә лә яғыулыҡ-энергетика ресурстарын ҡулланыуҙың маҡсатлы күрһәткестәрен үтәй. Энергия ҡулланыу тәү сиратта нефтте һәм нефть продукттарын ташыуҙың оптималь режимын файҙаланыу арҡаһында кәмегән.
- “Транснефть - Урал” йәмғиәте тәбиғәтте һаҡлау сараларын да уңышлы тормошҡа ашыра, башлыса, һыу биологик ресурстарын яһалма етештереү яйға һалынған.
Эксперттар предприятиеның менеджмент системаһының һөҙөмтәлелеген һәм экологик менеджменттың ғәмәлдәге стандарттарға тап килеүен иҫбатланы. Бынан тыш, аудиторҙар “Транснефть - Урал” йәмғиәте идаралығы аппараты һәм уның Силәбеләге филиалы хеҙмәткәрҙәренең профессионализмын билдәләне.
ISO 45001:2018 и ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттар ғәмәлгә индерелеүгә бәйле уларға күсеү саралары планын үтәүгә айырым иғтибар бирелә, шул иҫәптән эске аудиторҙарҙы әҙерләүгә, аудиттарҙы планлаштырыуға һәм уҙғарыуға, етәкселек тарафынан уларҙың һөҙөмтәләрен анализлауға.
Менеджмент системаһы “Транснефть - Урал” йәмғиәте идаралығының дөйөм системаһының айырылғыһыҙ өлөшө, уларҙың эше һәм стандарттарға тап килеүе эске аудит сиктәрендә йыл дауамында контролдә тотола, уның һөҙөмтәләрен акционерҙар йәмғиәтенең координацион советы баһалай.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Читайте нас: