Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
2 Декабря 2020, 07:39
Йоҡлап ятҡан айыуҙы уятып атҡандар...
Был ваҡиға хаҡында бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Вәхшиҙәрсә хәл Хәйбулла районының Ивановка ауылы янында була. Алдан күҙаллауҙарға ярашлы, Йылайыр районында йәшәгән 40 һәм 62 йәшлек ике ир айыуға һунар итеү маҡсатында үҙ районында рөхсәт ҡағыҙы ала, әммә һунарға Хәйбулла районына юллана. Тәфтишселәр фаразы буйынса, Ивановка ауылы кешеһе 15 мең һумға айыу өңөн күрһәтергә ризалаша.
Тикшереү версияһына ярашлы, юлда уларға ҡоралай осрай. Һунарсылар уны атып үлтерә һәм шул урында ҡалдырып, айыу өңөнә китә. Артабан вәхшиҙәр йоҡоға талған урман хужаһын уятып сығарып, өңө янында атып ала.
Әммә һунар инспекторҙары менән полиция хеҙмәткәрҙәренең ваҡытында килеп етеүе арҡаһында ҡырын эш ҡылғандар алыҫ китә алмай. Хоҡуҡ һаҡсылары уларҙың ике автомобилен, ике һунар мылтығын, рация, бысаҡ, балта, патрондарын, үлтерелгән йәнлектәрҙе тартып ала.
“Төркөмгә берләшкән кешеләрҙең законһыҙ һунар итеүе һәм ҙур күләмле зыян килтереүе буйынса енәйәт эше асылды, тикшереү дауам итә”, - тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Һунарсылыҡ - борондан ҡалған кәсеп, әммә һәр ғәмәл законға ярашлы башҡарылырға тейеш.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"