Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 17:07
Тәмле ҡабартмалар
Ошондай ҡабарып бешкән, үҙҙәре ауыҙҙа иреп торған ҡабартмалар, йәғни пончик бешереп ҡарарға теләйһегеҙме?
Уның өсөн алабыҙ: Йомортҡа - 2, һөт - 500 мл, май йәки маргарин - 125 грамм, шәкәр - 3 ҡалаҡ, тоҙ - 1.5 балғалаҡ, ҡоро сүпрә (дрожжи) - 11 грамм Эҫе һыу - 0.5 стакан, он - ҡамыр ҡулға йәбешмәҫлек (тик ҡаты итергә ярамай) Әҙерләү: Һөт менән һыуҙы ҡушырға. Ҡатнашма йылымыс булырға тейеш. Шәкәр менән сүпрәне өҫтәп, 15 минутҡа ҡабартырға ҡуябыҙ. Йомортҡаны, йомшартылған майҙы, тоҙҙо һалып, күперткәнсе туҡырға. Артабан он өҫтәй барып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Таҫтамал менән ҡаплап, 1,5 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға. Артабан 1 см ҡалынлығында йәйеп, рюмка менән түңәрәктәр ҡырҡырға. Пончиктар йөҙөп йөрөлөк итеп ҡойолған ҡайнар майҙа бешереп алып, артыҡ майы аҡһын өсөн салфеткаға теҙеп барабыҙ. Өҫтәлгә биргән саҡта шәкәр пудраһы һибәбеҙ. Ауыҙҙа иреп торған, тәмлекәстәр әҙер. Тәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"