Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2020, 11:23

"Һылыуҡай" бәйгеһенең еңеүсеһе кем?

Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһендә Башҡортостанда ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә йәшәгән ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.

Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарға килгәндә, улар Өфө, Бөрйән, Мәләүез, Балаҡатай, Яңауыл, Мәсетле, Учалы, Нефтекама яғынан. Был һылыуҡайҙар шулай уҡ башҡортлоғо менән ғорурланыуын белдерҙе, республика өсөн лайыҡлы шәхестәр булырға теләгәнен әйтте.
Ҡыҙҙар билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляевтың кейем коллекцияһын тәҡдим итте, жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сығыш күптәрҙе тетрәндерҙе. Шулай уҡ ҡыҙҙар бейеү оҫталығын күрһәтте, "Аманат" төркөмө егеттәре менән бергә һомғоллоғон күрһәтте.
Билдәле булыуынса, "Йәшлек шоу-2020" конкурсы ла Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола. Уның төбәк кимәле еңеүселәре сараны сағыу сығыштары менән биҙәне.
Жюри ағзалары ла бик абруйлы булды. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляев, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Алмас Әмиров, актриса, 1994 йылғы "Һылыуҡай" еңеүсеһе Рушана Бабич һәм башҡалар бар.
Һәр һылыуҡайға һандыҡ бүләк ителде. Башҡорт халҡында ул — тарих һаҡсыһы, генетик хәтерҙе тотоусы. Килен булып төшкән ҡыҙ кейәү йортона һандыҡ менән килә. Әлеге сарала ла ул символик мәғәнәле бүләк булды. Уны ҡыҙҙарға, нәсихәтен әйтеп, Розалия Солтангәрәева тапшырҙы.
Бына иң тулҡынландырғыс мәл етте. Тәүҙә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Артабан тәүге урындарға лайыҡтар асыҡланды. Шулай итеп, өсөнсө урын Мәләүездән Дилә Вәлиевала, Көйөргәҙенән Розалина Ибраһимовала, Бөрйәндән Эльвина Семеновала. Икенсе баҫҡыста иһә – Ырымбурҙан Лениза Солтанғужина һәм Пермдән Гүзәл Наҙарғолова. Ә беренсе урын – Сибайҙан Шәүрә Яхинала.
Гран-приҙы иһә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. Уға – төп бүләккә әҙерләнгән автомобилгә – Учалынан Ләйсән Шөғәйеповаға лайыҡ булды!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас: