+21 °С
Ясно


Өфөнән стоматолог Нурсолтан Зарипов Ҡытайға сәфәре ваҡытында милли уйын ҡоралында уйнаны һәм төрлө илдәрҙән килгән туристарҙы үҙенсәлекле яңғырашы менән ҡыҙыҡһындырҙы.
Нурсолтан үҙе һөйләүенсә, сит илгә сәфәрҙәре ваҡытында ул һәр ваҡыт үҙе менән ҡурай алырға тырыша.
"Минең өсөн был музыка ҡоралы ғына түгел, ә халҡым мәҙәниәтенең бер өлөшө. Күңелгә яҡын көйҙәрҙе өйҙән йыраҡта уйнау – иҫ киткес тойғо, - тип белдерә ул.
Башинформ.