Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
7 Июля , 04:15

Миллиондарын декларациялаған

Өфөлә 59 йәшлек пенсионер ҡатын ҙур афера ҡорбанына әйләнгән - ул мутлашыусыларға 7,6 миллион һумдан ашыу аҡсаһын тапшырған.

Миллиондарын декларациялағанМиллиондарын декларациялаған
Миллиондарын декларациялаған

Мутлыҡ схемаһы ғәҙәти смс-тан башлана: ҡатынға әйбер килеүе тураһында хәбәр итәләр һәм ул кодты яҙып ебәрә. 
Тиҙҙән мессенджер аша уға борсоулы хәбәр килә, йәнәһе лә, кодты белгәс яуыздар уның «Дәүләт хеҙмәттәре» аккаунтына ватып ингән һәм ашығыс рәүештә күрһәтелгән номер буйынса шылтыратырға кәрәк.
Пенсионер ҡурҡышынан шылтырата һала.
Телефонды алған ҡыҙ үҙен "Роскомнадзор хеҙмәткәре" тип таныштыра.
Ул ҡатынды, һеҙ мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккәнһегеҙ, енәйәтселәр һеҙҙең исемегеҙҙән ышаныс ҡағыҙын рәсмиләштереп, уның ярҙамында кредиттар юллай һәм иҫәптәрегеҙҙән аҡсаны урлай, тип ышандыра.

Ялған хеҙмәткәр "хәүефһеҙлек" маҡсатында, йәнәһе лә, енәйәтселәр һөйләшеүҙе тыңламаһын өсөн, икенсе мессенджерға күсергә ҡуша.
Һуңынан пенсионер ҡатын менән «ФСБ хеҙмәткәрҙәре» бәйләнешкә инә.
Улар бөтә аҡсаны ашығыс рәүештә декларациялау кәрәклеген белдерә. Юғиһә тентеү ваҡытында аҡсаны тартып аласаҡтар, тип аңлаталар.
Бер мутлашыусы хатта ҡатын менән видеоэлемтәгә сыға, һәм улар бергәләп уның өйөндә һаҡланған аҡсаны һанай.
Сумма 7 миллион һумдан ашып китә.
Шунан һуң аҡсаны «ведомство хеҙмәткәре»нә тапшырырға ҡушалар. Ҡатын әйткәнде үтәй.

Мутлашыусылар артабан да баҫымды дауам итә һәм ҡалған аҡсаны иҫәптән алырға һәм курьерға биреп, «декларацияларға» күндерә.
Бәхеткә күрә, пенсионер аҡса алырға маташҡанда банк хеҙмәткәрҙәре шикле әүҙемлекте күреп ҡала һәм пенсионерҙы туҡтата.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Миллиондарын декларациялаған
Миллиондарын декларациялаған
Автор:
Читайте нас