Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Октябрь 2018, 11:21

Башҡортостанда индустриаль парктар селтәре булдырыу күҙаллана

Яҡын ваҡытта Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында ла тотош индустриаль парктар селтәре булдырыу күҙаллана. Ошо хаҡта Өфөләге «ПромҮҙәк» индустриаль паркында яңы бинаны асыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдерҙе.

«Бөтә ваҡлыҡтарын әлегә әйтмәйем, барыһы ла әҙерлек стадияһында, — тип «Башинформ» агентлығына комментарий бирҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры. — Бер бөтөн шәхси парктар төҙөү программаһы була. Бында, Өфө районында, яңы иҡтисади зона барлыҡҡа килә. Ысынында, ул иһә киләһе быуын. Унда индустриаль майҙансыҡ ҡына түгел, кешеләр торған зона, йәғни бер үк ваҡытта сәнәғәтте лә, социаль өлкәне лә үҫтерергә мөмкинлек биргән тотош бер объектар комплексы».

Премьер-министр һүҙҙәренсә, быйыл уҡ Ҡытай партнерҙары менән тейешле килешеү төҙөү күҙаллана.

«Беҙ Ҡытайҙа булдыҡ. Унда беҙгә ошоноң нисек эшләнеүен күрһәттеләр. Моғайын, беҙ улар менән бергә эшләрбеҙ, — тип хәбәр итте Рөстәм Мәрҙәнов. — Парктарға килгәндә, хәҙер уҡ Өфөнән сыҡҡан ерҙә икенсе индустриаль парк үҫтерергә кәрәк. Бынан тыш, ҡалаларҙа тотош селтәр үҫешәсәк. Улар хәҙерге партнерҙарҙың ҡайһыһы үҙ производствоһын урынлаштырырға әҙер булыуын аңлағас ҡына эшләнәсәк. Шулай итеп, инвестицияға булышлыҡ, сәнәғәт потенциалы үҫеше ҡарашынан ошондай перспективалы йүнәлештәр була. Был юҫыҡта эш алып барыла ла инде».
Читайте нас: