Өфөнөң яңы мэрына был йәһәттән ауыр мираҫ ҡалды, Башҡортостандың баш ҡалаһында торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә лә тәртип урынлаштырырға кәрәк, тип билдәләне республика етәксеһе. Ул республика прокуратураһын да ошо мәсьәләне хәл итеүгә ҡушылыуын һораны.
Бынан алда Өфө хакимиәтендә мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар өсөн биналар бүлеү йәки яңыларын һалыуға төҙөүселәр йәлеп итеү мөмкинлеге ҡаралғайны. Баш ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, төҙөүселәр ғәмәлдәге инвестиция килешеүҙәре сиктәрендә был бурыстарҙы үҙ өҫтөнә алыуы ихтимал.