Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ноябрь 2018, 13:32

Юғары тиҙлекле магистраль

Өфө «Мәскәү-Екатеринбург» юғары тиҙлекле магистрален төҙөү проектына инергә тейеш.

Тап ошо хаҡта һүҙ барҙы 21 ноябрҙә Мәскәүҙә XII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе — генераль директоры Олег Белозёров менән эш осрашыуында, тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.

«Был — беҙҙең өсөн бик мөһим тема. «Мәскәү-Екатеринург» юғары тиҙлекле магистрале проекты тураһында беләһегеҙ. Беҙ Өфөнөң ошо трассаға инеү мәсьәләһен тикшерҙек. Рәсәйҙең ҙур һәм кәрәкле проектында нығыныу беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Республикабыҙҙа йәшәүселәр ҙә юғары тиҙлекле магистраль менән файҙаланып, Мәскәүгә һәм Екатеринбургка тиҙ генә барып етә алһын өсөн беҙҙең дә өлөшөбөҙ булыуы мөһим», — тине Радий Хәбиров, осрашыу йомғаҡтары буйынса журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, был — бик уңайлы сервис. Осрашыуҙа Башҡортостандың ошо проектта ҡатнашыуы буйынса эшсе төркөм ойоштороу хаҡында һөйләшеп килешелде.

Яңы глобаль халыҡ-ара проект – Берҙәм юғары тиҙлекле Евразия тимер юл транспорты селтәрен булдырыу картаһында Башҡортостан да барлыҡҡа килде, тип яҙҙы Радий Хәбиров Фейсбук социаль селтәрендәге сәхифәһендә.
Читайте нас: