Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
7 Декабря 2018, 04:44
Нимәгә хаҡ артҡан?
“Башҡортостанстат” хәбәр итеүенсә, республикала “аҙыҡ-түлек кәрзине”нә йәнә хаҡ артты.
Кәбеҫтәгә хаҡ 7,5 процентҡа ҡиммәтләнгән. Хәҙер төбәктә уның уртаса хаҡы килограмына 21,5 һумдан да юғарыраҡ. Башлы һуған менән йомортҡаға хаҡтар аҙна эсендә 5,9 (бер килограмм һуған –уртаса 22 һум) һәм 4,9 (бер тиҫтә йомортҡа өсөн – уртаса 56 һум) процентҡа тиклем артҡан.
Хаҡы ҡыйбатайған аҙыҡ-түлек исемлегенә кишер, картуф, шәкәр, дөгө, аҡ май, ҡарабойҙай ярмаһы, пастеризацияланған һөт, сусҡа ите, икмәк, алма һәм һыйыр ите инде.
Ә он, тоҙ, стерилләнгән һөт, тары ярмаһы, сыр продукттары, сәй, тауыҡ ите, туң балыҡ, вермишель һәм үҫемлек майына хаҡ, киреһенсә, бер аҙ түбәнәйгән.
Һарыҡ итенә хаҡ үҙгәрмәгән, статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уның килограмы уртаса 365 һум тора.
Автор: Усманова Нәзилә
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"