Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Февраль 2019, 13:11

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе

Форумда 40 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды.

“... Миңә 54 йәш һәм төрлө ҙур вазифаларҙа эшләнем кеүек. Әммә Сочи инвестиция форумында (башҡа иҡтисади форумдарҙағы кеүек үк) тәүгә ҡатнашыуым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, быға тиклем төрлө форумдарға ирония менән ҡараным һәм йөҙәрләгән уңышлы кешенең унда нимә эшләүен аңламай инем. Һәм бына. Бында эшләйҙәр... бик емешле һәм тығыҙ... үҙҙәренең идеяларын алға һөрәләр, үҙ биләмәләрен һәм ҡалаларын күрһәтәләр, эшлекле бәйләнештәрҙе юлға һалалар. Инвестициялар – бик тиҫкәре әйбер, улар үҙенә уңайлы, хәүефһеҙ һәм килемле ергә генә бара... Ә бит шул инвестициялар беҙгә яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, ябай итеп әйткәндә, иҡтисадҡа этәргес бирә. Инвестициялар өсөн конкурентлыҡ бик ҡаты. Әлеге мәлгә 40 миллиард һумдан ашыулыҡ инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙым”.

Иң мәртәбәле сара

14-15 февралдә Сочи ҡалаһында Рәсәйҙең ҙур инвестиция форумы үтте. Юғарылағы фекерҙәрен Баш­ҡорт­остан Башлығы вазифаһын ва­ҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡҡайны. Ысынлап та, форумда үтә көсөр­гә­нешле һәм, иң мөһиме, республикабыҙ өсөн файҙалы эш башҡарылды, бик күп килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, эшлекле бәйләнештәр тағы ла нығынды. Хәҙер былар тураһында ентекләберәк.

Сочи инвестиция форумы – илебеҙҙең иң ҙур һәм мәртәбәле иҡтисади сараларының береһе. Ике көн буйына дауам иткән форумдың быйылғы төп темаһы – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төрлө юлдарын табыу. Эшлекле программанан тыш, кейс-зоналар ойошторолдо, уларҙа интерактив форматта көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Быйыл Рәсәй инвестиция форумы өс йүнәлештә эшләне: “Рәсәйҙә эшлекле климат”, “Төбәк сәйәсәте”, “Яңы социаль көн тәртибе”. Радий Хәбиров бер нисә дискуссияла ҡатнашты, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар, Рәсәйҙең эре компаниялары етәкселәре менән унлаған осрашыу үткәрҙе. Ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәргән форумдың пленар ултырышында ҡатнашты. Баш­ҡорт­остан форумда айырым экспозиция булып тәҡдим ителде. Радий Хәбиров республикабыҙҙың презентация май­ҙансығын иң яҡшыһы тип атаны.

Ауыл хужалығы тармағына яңы һулыш

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан өсөн иң уңышлы килешеүҙәр ауыл хужалығы комплексы өлкәһенә тура килә – үрҙә телгә алынған 40 миллиард һумдың 30-ы ошо тармаҡҡа ҡарай.

Башҡортостан Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Россельхозбанк” акционер­ҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Борис Листов менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Унда республикабыҙҙа банк ҡатнашлығында агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Ошонда уҡ Башҡорт­остан менән “Россельхозбанк” араһында хеҙмәттәшлек тураһын­дағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның төп йүнәлештәренә кредитлау системаһын үҫтереү, сәнәғәт, ауыл хужалығы, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь инфраструктура өлкәһен­дә берлектәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, индустриаль һәм технологик парктар, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен асыуҙа булышлыҡ итеү һәм башҡалар инә.

Айырым проекттарға килгәндә, мәҫәлән, Федоровка районының Покровка ауылында малсылыҡ комплексы төҙөләсәк. Инвестиция күләме – 4 миллиард һум. Ферма базаһына малдарҙы һимертеү майҙансыҡтары, хужалыҡ биналары һәм ҡоролмалар инә. Проектҡа ярашлы, шәхси хужалыҡтары булған фермерҙарҙан һәм ауыл хужалығы ойошмаларынан ике айҙан алты айға тиклемге быҙауҙар һатып алынасаҡ һәм уларҙы 18 айлыҡ булғансы үҫтереп, артабан реализациялау планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Gruppo Cremonini” Италия холдингының Рәсәй бүлексәһе —“АгроСакмара Башкирия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Башҡорт­остан Хөкүмәте араһында дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Төҙөлөш эштәре быйыл майҙа башланасаҡ. Тағы ла агросәнәғәткә бәйле бер проект Йәрмәкәй районына ҡағыла. Унда ҙур малсылыҡ комплексын төҙөү күҙаллана. Бында йылына 22 мең тоннанан ашыу һөт етештереләсәк. Инвестицияның дөйөм күләме өс миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Документҡа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм инвестор вәкиле – “Северная Нива Башкирии” йәмғиәтенең генераль директоры Петр Дубянский ҡул ҡуйҙы. “Север­ная Нива Башкирии” йәмғиәте проекты буйынса Йәрмәкәй, Бәләбәй һәм Бишбүләк райондарында дүрт малсылыҡ комплексы асыу планлаштырыла. Был эшкә бөтәһе 17,4 миллиард һум инвестиция йүнәл­теләсәк.

Быйыл шулай уҡ Кушнаренко районында ете мең баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлә башлаясаҡ. Проект Израилдең “LR-group” компанияһы һәм “AVG Capital Partners” тура инвестициялар фондының идарасы партнеры менән берлектә тормошҡа ашырыла. Төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы ошо компаниялар етәкселеге менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 149 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Ике ферманан тыш, инвестор мал аҙығы үҙәге лә төҙөйәсәк.

Бөрйәндә – ҡояш электр станциялары

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “СИБУР Холдинг” йәмғиәте идаралығы рәйесе Дмитрий Конов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда билдәләнеүенсә, һуңғы йылдарҙа Благовещен предприятиеһында полиэтилентерефталат етештереүҙе киңәйтеү буйынса инвестиция проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Әле “Полиэф” акционерҙар йәмғиәтендә терефталь кислота етештереүҙе йылына 350 мең тоннаға тиклем еткереү маҡсатына ярашлы эш алып барыла. Проекттың дөйөм хаҡы – алты миллиард һумдан ашыу. Моно-ҡалаларҙы үҫтереү фонды финансларға әҙер. Осрашыу барышында Радий Хәбиров менән Дмитрий Конов проектты тормошҡа ашырыуҙың мөмкинлектәре һәм форматы тураһында фекер алышты.

Тағы ла бер ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡ проект Бөрйән районында тормошҡа ашырыласаҡ. Һүҙ 2020 йылға ҡеүәте 10 мегаватҡа тиклемге ҡояш электр станцияһы төҙөү тураһында бара. “Хевел” компаниялар төркөмө генераль директоры Игорь Шахрай республика етәк­сеһе Радий Хәбиров менән осрашып ошо хаҡта аралашты.

Эш өсөн һалынасаҡ инвестиция күләме 800 миллион һум булыр тип көтөлә. Компания етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәйҙә ҡояш электр станцияһы беренсе тапҡыр селтәр менән параллель эшләйәсәк. Был проектты тормошҡа ашырыу ҡулланыу­сыларҙы электр менән тәьмин итеүҙең сифатын, ышаныслылығын арттырыуға ғына түгел, ә Бөрйәндең экологик хәлен яҡшыртыу, уникаль тәбиғәт-климат шарттарын һаҡлауға ла булышлыҡ ҡыласаҡ. Бынан тыш, “Хевел” Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында дүрт ҡояш электр станцияһы (һәр береһенең ҡеүәте – 25 МВт) төҙөргә планлаштыра.

Форум барышында башҡа төбәк­тәрҙең ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле проекттары менән танышыу мөмкинлеге лә булды. Мәҫәлән, күсмә медицина комплексы – Новгород өлкәһе хөкүмәте һәм “ПМК-МЕДЭК” сәнәғәт медицина компанияһының пилот проекты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо комплекстың мөмкинлектәре менән танышты. Новгород өлкәһе губернаторы Андрей Никитин был ҡоролманың ауылда йәшәгәндәргә махсуслаштырылған бөтөн төр медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге хаҡында һөйләне. Комплекс заманса йыһазландырылған, автономлы, барлыҡ талаптарға яуап бирә. Унда терапевт, уролог, гинеколог, невролог, күҙ табибы, УЗИ белгесе эшләй. Бер көндә ҡырҡҡа тиклем кешене ҡабул итеү, сирҙәрҙе тәүге стадия­һында уҡ билдәләү мөмкинлеге бар.

Электр транспорты үҙгәреш кисерерме?

Республикабыҙҙың өс ҡалаһы өсөн инвестиция форумы барышында үтә мөһим ваҡиға булды. Улар – Нефтекама, Белорет һәм Благовещен ҡалалары – социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алдан барған биләмәләр статусын аласаҡ. Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев төбәк етәкселәре менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе. “Илдә 11 моноҡаланы һәм өс ябыҡ административ-территориаль берекмәне социаль-иҡтисади йәһәттән алдан барған биләмә итеү тураһында Хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйылды, – тине ул. – Төбәктәр өсөн был ысынлап та яҡшы: ошондай статуслы биләмәләрҙә һалым һалыуҙа ташлама бар, инвесторҙарҙы йәлеп итеү еңелерәк һәм башҡа өҫтәмә мөмкинлектәр ҡарала. Һөҙөмтәлә ҡала урындағы предприятиеларға бойондороҡло булыуҙан арынасаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, тораҡ пункттарға яңы һулыш биреләсәк”.

Осрашыуҙа ҡатнашҡан республика етәксеһе Радий Хәбиров та әлеге ҡарарҙың мөһимлеген билдәләне. “Ябай һәм аңлайышлы итеп әйткәндә, был – ҡалаларға алға иҡтисади ынтылыш алыу өсөн етди мөмкинлек”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә. Билдәле булыуынса, әле республикабыҙҙың Бәләбәй менән Күмертау ҡалалары ошондай статус йөрөтә.

Өфө ҡалаһының артабанғы үҫеше өсөн дә мөһим проекттар ҡаралды. Шуларҙың береһе – ҡалала электр транспортын үҫтереү. Форум барышында Радий Хәбиров илдең “Внешэкономбанк” дәүләт корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов менән һөйләшеү үткәрҙе. Унда дәүләт корпорацияһының Өфөнө яңыртыу, шул иҫәптән транспорт проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡушылыу теләге тураһында һүҙ барҙы. “Ҙур ҡалаларҙың киләсәге – электр транспортында. Өфөлә селтәр үҙе лә һәм барлыҡ трамвай паркы яңыртыуҙы талап итә. Беҙ әле трамвайҙар етештереүсе илдең ҙур компаниялары менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Бәлки, улар менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәгә килтерер”, – тине Радий Фәрит улы.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе республикала коммуналь техника етешмәүе, был паркты ла тулыландырыу зарурлығы мәсьәләһен күтәрҙе.

“Муниципалитеттар техникаһыҙ йонсой. Беҙҙең урындағы хакимиәт башлыҡтары етерлек техника алһын да халыҡтың ҡаланы йыйыштырыу буйынса булған ялыуҙарына аныҡ эштәре менән яуап бирә башлаһын”, – тине ул. Быға тиклем киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителеүенсә, Өфөнөң трамвай паркы үҙенең ресурсының 95 процентын эшләп бөтөргән. Вагондарҙың уртаса йәше – 25 йылдан ашыу. 100 берәмек булған трамвай паркын алмаштырыу өсөн 2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса 3 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк булған. Составтар ғына түгел, юл инфраструктураһы ла яңыртыуҙы талап итә. Был йәһәттән киләсәктә бик ҙур эш көтә.

Эшмәкәрлек лайыҡлы баһаланды

Форум эш менән генә үтмәне. Күңелле мәл – төрлө бүләктәр тапшырыу ҙа булды. Мәҫәлән, “Ил төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше башланғыстары һәм иң яҡшы өлгөләре” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеү­се­ләре бүләкләнде. Унда Башҡорт­остан юлдаш телевидениеһының “Бизнес-проба” проекты “Төбәктең иҡтисади ҡеүәте үҫешенә йүнәл­тел­гән шарттар булдырыу” номина­цияһында иң яҡшыһы тип табылды. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виталий Мутко ҡулынан был награданы республика етәксеһе Радий Фәрит улы алды. Әйткәндәй, Башҡортостан был конкурста элекке йылдарҙа ла бер нисә тапҡыр еңеү яулағайны.

Шулай уҡ форумда Башҡортостан социаль өлкәне һәм социаль эшҡы­уарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн Александр Починок исемендәге фонд тарафынан билдәләнде. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова бел­дерҙе. Ул форумға ярашлы үткән бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Әйтеүенсә, республикабыҙ – бындай баһаға эйә булған берҙән-бер төбәк. Башҡортостанда социаль эшҡыуар­лыҡ буйынса форумдар даими үткәрелә. Шулай уҡ беҙҙә иң яҡшы социаль проекттарҙың интернет-каталогы булдырылған, Социаль эшҡыуарҙар клубы һәм тәжрибәлеләр институты эшләй.

Иң яҡшы майҙансыҡ – беҙҙә

Алдан әйтеп китеүебеҙсә, форумға Башҡортостан Республикаһы бик ҡыҙыҡлы һәм бай стенд әҙерләгәйне. Беҙҙең презентация майҙансығын Радий Хәбиров иң яҡшыһы тип атаны.

“Командабыҙҙың форумдағы эшенә яҡынса йомғаҡтар яһаныҡ. Һәр кемдә лә күтәренке, яҡшы кәйеф. Минең ҡарашҡа, беҙҙең майҙансыҡ – иң яҡшыларҙың береһе. Эш уның тышҡы матурлығында түгел, ә әүҙемлегендә. Хеҙмәттәшлек тура­һындағы бик күп килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды”, – тине журналистарға Радий Фәрит улы. Республика етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостандың иҡтисади һәм кешелек ҡеүәте бик ҙур, Рәсәй төбәктәре араһында абруйы ла юғары. Башҡортостан артабан да ошоноң кеүек мөһим форумдарҙа ҡатнашасаҡ.

Беҙҙең майҙансыҡты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ҡараны. Радий Фәрит улы уға Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәре, ҙур проекттар тураһында һөйләне. Премьер-министр шулай уҡ “СибайПлитПром” йәмғиәтенең ОСП заводы төҙөү проекты менән танышты. Объект сафҡа ингәс, бер меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итеү күҙаллана.

Эйе, Рәсәй инвестиция форумы Башҡортостан өсөн бик уңышлы үтте. Уның һуңында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров журналистар менән аралашып, фекерҙәрен белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, әлеге сарала Башҡортостан тарафынан 40 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған.

“Бында етди эш алып барыла, һәр эре предприятие тауарын яҡындан күрһәтә, тәҡдим итә, осрашыуҙар билдәләнә, яңы эш бәйләнештәре булдырыла, – тине Радий Фәрит улы. – Осраҡлы осрашыуҙар оҙайлы иҡтисади бәйләнештәргә юл һала. Бөгөнгө форум – күп көс талап иткән ҙур эштең башы. Килешеүҙәр, аҡса, инвестициялар тиҙ генә барлыҡҡа килмәй”.

Республика етәксеһе билдәлә­үенсә, бөгөн төбәккә һәм, ғөмүмән, тотош илгә инвестициялар йәлеп итеү – төп маҡсат. “Яҡташта­рыбыҙ­ҙың байтағы ниндәйҙер сәбәптәр менән бизнесты төрлө урында алып бара. Беҙҙең бурыс – уларҙы илебеҙгә ҡайтарыу, ә бындағыларҙа власҡа ҡарата ышаныс тыуҙырыу. Ни өсөн тигәндә, эшҡыуар һәр саҡ һаҡ. Ул власҡа ышанмай икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ”, – тине Радий Хәбиров.

Форум үтте, килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, бәйләнештәр нығытылды. Артабан көсөргәнешле эш көтә.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас: